Иң ололар булып Ҡотлоғужанан 1929 йылғы Ямал Нафиҡова, 1932 йылғы Фәрхетдин Латипов торһа, Яңы Ҡарамыштан 1927 йылғылар Ғәйшә Рәхмәтуллина мҽнән Ғәлимә Ғәлимова иҫәпләнә. Йәштәрҙән Айрат Абдрахманов, Дмитрий Баран, Азамат Иҫәнгилдин, Ралина Сәфәрғәлиева, Аделина Маннанова - барыһы ла 2002 йылғылар. 65 йәштән өлкәндәрҙе был эшкә яуаплылар өйҙәренә барып һайлатты ла индҽ.
Тауыш биреүселәр битлек, бирсәткә һәм авторучка менән тәьмин ителә, хәүефһеҙлек саралары күрелә. 1677-се участка һайлау комиссияһы рәйесе Гөлнара Ғафарова белдереүенсә, Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса ваҡытынан алда тауыш биреүселәр башлыса – урта йәштәгеләр. Аңлатыуҙарынса, тап 1 июлдә улар йә эштә була, йә сәфәргә сығасаҡ. Ғөмүмән, һайлау участкаларында тәртип-таҙалыҡ, аңлашылмаусанлыҡтарға юл ҡуйылмай, улар иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә хәтлем асыҡ.
Ә.РАМАЗАНОВА.