Ғүмерҙең иң сағыу, иң матур мәле ул – йәшлек. Яңы өмөттәр, яҡты хыялдар менән ҡыйыу уй-фекерҙәр һәм ҡаҙаныштар аша донъяны таң ҡалдырыр мәл. Йәшлек миҙгеле лә ғүмерҙең сәскә сағы кеүек, шуға Йәштәр көнө лә болон-яландар шау сәскәгә күмелгән йәмле ваҡытҡа тура килә.
Уҙған шәмбе көндө районда Йәштәр көнөнә арналған байрам саралары үтте. Ул онлайн-зарядка менән башланып, уны полиатлон буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры, күп тапҡырҙар Башҡортостан Республикаһы чемпионы Эдуард Өмөтбаев уҙғарҙы.
Тантанаға йыйылыусылар коронавирус киҙеүенә бәйле тейешле талаптарҙы күҙ уңында тотоп теҙелеп баҫҡас, Сергей Князев башҡарыуында һоҡланғыс саксофон көйөн тыңлап байрам сараһы башланды. Район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов район йәштәрен, бөтә йыйылыусыларҙы байрам менән тәбрикләп: “Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ һәм һеҙгә ышанабыҙ”, - тине, уларҙың барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, уңыштар теләне.
Фәнзил Фәйез улы “Уҡыуҙағы айырыуса уңыштары өсөн” миҙалын алыуға өлгәшкән 29 мәктәп тамамлаусыға һәм Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы призерҙары булған ете уҡыусыға Маҡтау грамотаһы һәм бүләктәр, шулай уҡ “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-һауыҡтырыу комплексы программаһында әүҙем ҡатнашыусыларға махсус танытма, туғыҙ ирекмәнгә Ҡотлау хаты тапшырып үтте.
Йәштәр район мәҙәниәт һарайы артистары Рәмил Ҡотдосовтың моңло ҡурай моңон, Александра Хәбибуллина, Алһыу Ғафарова башҡарыуындағы һәм күмәк йырҙы һоҡланып тыңланы. Гөлназ Мирхәйҙәрова менән Хызыр Нәзировтың байрам сараһын йәнле итеп алып барыуы ла матур биҙәк булды.
Ошонда уҡ үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре “Никотинды витаминға алмаштырабыҙ” акцияһын тәҡдим иткәйне. Ә инде һуңғараҡ ауыл мәҙәниәт йорттары араһында уҙған “Коляскалар парады – 2020” онлайн-конкурсы еңеүселәре билдәләп үтелде. I урын ғаиләлә өсөнсө бала булып тыуған Родина ауылынан 8 айлыҡ Әмир Аҡбашевҡа, II урын Мәндем ауылынан йәш ярымлыҡ Иҙел Аҡҡоловҡа, III урын Сәйетбабанан ғаиләләге икенсе малай Батыр Вахитовҡа тапшырылды. Номинациялар буйынса Үзбәк ауылынан Арина Фәтҡуллина, Иҙел Исҡужин, Ташлынан Амелия Солтанова билдәләнде. Уларҙың һәр береһенә район хакимиәте исеменән иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Тыуған илебеҙҙең киләсәге, уның сәскә атыуы һәм именлеге тап йәштәргә һәм уларҙың эшмәкәрлегенә бәйле. Йәшлектәге ялҡын ошо сыуаҡ, матур көн кеүек киләсәкте яҡтыртһын, балҡытһын.