-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Июль 2020, 16:40

"Бөгөнгөм һәм киләсәгем өсөн тауыш бирәм!"

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина бөгөн Өфөлә Профсоюздар йортонда урынлашҡан һайлау участкаһында тауыш бирҙе.

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина бөгөн Өфөлә Профсоюздар йортонда урынлашҡан һайлау участкаһында тауыш бирҙе.
– Һәр бер көслө, бигерәк тә күп милләтле дәүләттең нигеҙендә халыҡтар берҙәмлеге, дуҫлығы, тиң хоҡуҡлы булыуы, уларҙың мәҙәниәтенә, диненә, теленә, ихтыяждарына тиң ҡараш, ғаилә ҡиммәттәре, гражданлыҡ хисе, илһөйәрлек ята. Көслө дәүләт - ул үҙенең милли позицияларын, халҡын, ҡурсалауға мохтаждарҙы, үҙенең бөгөнгөһө һәм киләсәген, йәш быуынын һаҡлаған һәм яҡлаған дәүләт, – тине ул гражданлыҡ бурысын үтәгәндән һуң.
Депутат белдереүенсә, ул бөгөн үҙ тауышын ошо көслө, үҙаллы, үҙенең изге тарихына, ҡиммәттәренә тоғро ил өсөн биргән.
– Минең тауышым – ул Конституцияға индереләсәк төҙәтмәләрҙе генә хуплау түгел, ә тәү сиратта иңебеҙгә үҙебеҙҙең, балаларыбыҙҙың бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн яуаплылыҡ алыу булып тора, – ти Зөһрә Йыһанур ҡыҙы.
Фото: Зөһрә Рәхмәтуллинаның "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Читайте нас: