-8 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июль 2020, 15:57

Константин Толкачев юғары баһаланы

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев республиканың төньяҡ райондарында Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреүҙе ойоштороуҙо баһаланы.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев республиканың төньяҡ райондарында Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреүҙе ойоштороуҙо баһаланы.
Парламент спикеры Бөрө һәм Мишкә райондарында булған һәм Дөйөм Рәсәй тауыш биреү барышы менән танышҡан. Ул бер нисә участкаға инеп сыҡҡан, тауыш биреүселәр, күҙәтеүселәр, комиссия ағзалары менән аралашҡан.
– Тауыш биреү юғары кимәлдә ойошторолған, кешеләрҙең хәүефһеҙлеген һәм уңайлылыҡтар булдырыу өсөн барыһы ла эшләнгән, – тине Константин Толкачев. – Бөтә участкаларҙа ла талап ителгән профилактика нормалары үтәлә, даими дезинфекция эшләнә, килгән кешеләрҙең тән температураһы үлсәнә, шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин итеү һәйбәт ойошторолған. Тауыш биреүҙе ойоштороу шулай уҡ юғары кимәл менән айырылып тора.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе тауыш биреүселәрҙең күпләп килеүен билдәләне.
– Дөйөм һандарҙы һуңғараҡ беләсәкбеҙ, тик әленән уның юғары булыуын әйтә алабыҙ, – тине ул. – Был ғәжәпләндермәй. Тауыш биреү аҙна буйына дауам итеүгә ҡарамаҫтан, күптәр участкаларға тап 1 июлдә, ил Президенты иғлан иткән ял көнөндә килергә планлаштыра ине. Шуға күрә бөгөн айырыуса ҙур әүҙемлек күҙәтелә. Шуныһын да хәтергә төшөрәм, бөгөн тауыш биреүҙең һуңғы көнө. Ниндәй ҙә сәбәптәр буйынса быны эшләп өлгөрмәгән кешеләрҙе, ваҡыт табып, участкаларға килергә һәм үҙ фекерен белдерергә саҡырам. Уның һөҙөмтәләре илебеҙҙең һәм һәр кемдең яҙмышына ҙур йоғонто яһаясаҡ. Был ҡарарҙан дәүләтебеҙҙең артабанғы ун, йөҙ йылға үҫеш юлы, оборона һәләте, властың халыҡ алдындағы яуаплылығы, социаль гарантиялар һөҙөмтәлелеге торасаҡ.
Көн дауамында Константин Толкачев Борай һәм Яңауыл райондарында тауыш биреү участкалары эшмәкәрлеге менән танышасаҡ.
Фото: Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас в