+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Июль 2020, 16:20

Тауыш биреү әүҙем бара

Бөгөн - Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса төп тауыш биреү көнө. Ғафури районының 47 тауыш биреү участкаһында тауыш биреү әүҙем бара.

Бөгөн - Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса төп тауыш биреү көнө. Ғафури районының 47 тауыш биреү участкаһында тауыш биреү әүҙем бара.
Районда һәммәһе 25655 тауыш биреүсе иҫәпкә индерелгән, шуларҙың 20862-е алдағы көндәрҙә Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса үҙ фекерен белдереп тә өлгөргән. Тәүге тапҡыр тауыш биреүселәр – 284.
Тауыш биреү кампанияһы тыныс бара. Коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү буйынса бар хәүефһеҙлек талаптары ла күҙәтелә: кешеләргә битлек, бирсәткәләр, айырым ручкалар бирелә, дистанция һаҡлана.
Һайлау участкаларында социаль йәрминкәләр үтә, унда урындағы ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәр, ауыл халҡы осһоҙ хаҡҡа аҙыҡ-түлек һата. Красноусолда тауыш бирергә килеүсе халыҡҡа район мәҙәниәт һарайы артистары байрам кәйефе бүләк итә.
Һайлау участкалары киске сәғәт 8-гә тиклем эшләйәсәк. Ғафуриҙар һәр ваҡыттағыса әүҙемлек күрһәтеп, гражданлыҡ бурысын үтәй.
Читайте нас: