-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Июль 2020, 11:00

“Бейеүсе торналар” янында - шиғриәт кисәһе

Мәғлүм булыуынса, #ТерриторияПоэзии яңы ижади проекты артистары Өфөлә Халыҡ-ара урбанистика форумы ҡунаҡтарын сәләмләгәйне.

Мәғлүм булыуынса, #ТерриторияПоэзии яңы ижади проекты артистары Өфөлә Халыҡ-ара урбанистика форумы ҡунаҡтарын сәләмләгәйне.
Ә был йома, 3 июлдә, теләге булған һәр кеше ситтән саҡырылған шағирҙарҙың һәм “Оперение/Хахачу” ижади үҫеш студияһы артистарының сығышын ҡарай ала. Был көндә киске сәғәт 6-нан 9-ға тиклем яңы ғына асылған “Бейеүсе торналар” фонтаны янында шиғриәт кисәһе дауам итәсәк.
Пандемиянан һуң Башҡортостандың баш ҡалаһында уҙғарылған тәүге офлайн-форумда #ТерриторияПоэзии импровизацияланған сәхнәһе ойошторолғайны. Унда Мостай Кәримдең ейәне Тимербулат Кәримов, Башҡортостандың Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры, Өфөнөң йәш тамашасылар театры актерҙары, республика шағирҙары, шиғриәт һөйөүселәр сығыш яһаны.
Әйткәндәй, #ТерриторияПоэзии Президент гранттары фондынан ярҙам алған “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” республика проектының бер өлөшөнә әүерелде.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас: