-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июль 2020, 11:05

“Урмандарҙы һаҡлау”ға - 200 миллион һум

Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов һүҙҙәренә ҡарағанда, быйыл Башҡортостанда ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” программаһын финанслау 200 миллион һумдан ашасаҡ.

Министр әйтеүенсә, был сумма техника һәм ҡорамалдар һатып алыуға, урманарҙы тергеҙеү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтеләсәк.
72 миллион һумдан ашыу аҡсаға урман янғындарын һүндереү буйынса тракторҙар, урман ултыртыу машиналары, урман культиваторҙары кеүек 23 берәмек техника һәм 50 берәмек ҡоролма һатып алынған.
Июль башында республиканың Урман янғындарын һүндереү үҙәгенә дүрт пилотһыҙ осоусы аппарат – квадрокоптер – килтереләсәк. Ә бер йыл элек өс квадрокоптер алынған. Ә улар урман һәм ундағы янғындар буйынса мониторниг өсөн кәрәк.
Марат Шәрәфетдинов былтыр урмандарҙы тергеҙеү буйынса күрһәткестәрҙең план буйынса 93 процент урынына 100,3 процент тәшкил итеүе хаҡында белдергән. Ә быйыл урмандарҙы тергеҙеү буйынса ҡуйылған мәсьәлә – 97,3 процент. Министр әйтеүенсә, ағымдағы йылда республикаға “Урмандарҙы һаҡлау” проекты буйынса күрһәткестәрҙе үтәмәү хәүефе янамай.
Фото: krasivye-mesta.ru.
Читайте нас в