Был турала Республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров белдерҙе. Республикала торлаҡ төҙөү менән бер рәттән социаль-мәҙәни йүнәлештәге объекттар төҙөлә һәм реконструкциялана, юлдар һалына.
2020 йылда, мәҫәлән, 24 балалар баҡсаһы, 13 физкультура-һауыҡтырыу комплексы, 2 мәктәп, 2 мәҙәни объект, хирургия корпусына төкәтмә, онкодиспансерҙың яңы бинаһы, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигоны һәм башҡа объекттар ҡулланыуға тапшырыласаҡ.