-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Июль 2020, 13:40

Киләсәк биләмәһе - беҙҙә

30 июндә Ғафури районында “Киләсәк биләмәһе. Евразия йөрәгенән ҡараш” халыҡ-ара урбанистика форумында ҡатнашыусылар булып китте. Улар араһында Мәскәү ҡалаһының Туризм буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Татьяна Шаршавицкая, “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ проект офисы” автономлы коммерциялы булмаған ойошмаһы төбәк идаралығы начальнигы Мария Киселева, шулай уҡ илебеҙ баш ҡалаһының 20-нән ашыу туристик индустрия вәкиле һәм республиканың Туризм буйынса Дәүләт комитеты вәкилдәре бар ине.

30 июндә Ғафури районында “Киләсәк биләмәһе. Евразия йөрәгенән ҡараш” халыҡ-ара урбанистика форумында ҡатнашыусылар булып китте.
Улар араһында Мәскәү ҡалаһының Туризм буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Татьяна Шаршавицкая, “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ проект офисы” автономлы коммерциялы булмаған ойошмаһы төбәк идаралығы начальнигы Мария Киселева, шулай уҡ илебеҙ баш ҡалаһының 20-нән ашыу туристик индустрия вәкиле һәм республиканың Туризм буйынса Дәүләт комитеты вәкилдәре бар ине.
Ҡунаҡтар “Красноусол” шифаханаһында, Изге шишмәләр биләмәһендә, “Красная Поляна” ауылында булғандан һуң, районыбыҙҙың иң матур урындарының береһе – йәмле Еҙем буйындағы Уҡлыҡаяға сәйәхәт ҡылды. Уларҙы Сәйетбаба ауылы мәҙәниәт йортоноң “Асанай” халыҡ фольклор ансамбле ағзалары икмәк-тоҙ, дәртле йыр-бейеү менән ҡаршы алды. Илһам Байбулдин ҡурай эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе, теләүселәр уҡ атып ҡараны. Сәфәрҙең төп маҡсаты – райондың туристик потенциалын өйрәнеү ине. Барыһы ла хозур тәбиғәтле, милли традициялар, боронғо шөғөлдәр һаҡланған төбәктә туризмды үҫтереү, туристарҙы йәлеп итеү мотлаҡ кәрәк тигән уртаҡ фекергә килде.
Ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы - төбәктәр үҫешендә ҡеүәтле этәргес булырҙай, илленән ашыу тармаҡтың сәскә атыуына булышырҙай оло тармаҡ. Башҡортостан - традицияларҙы, миллилекте һаҡлау буйынса яҡшы өлгө. Тарихи урындары, ҡабатланмаҫ тәбиғәте менән билдәле төбәктәр беҙҙә етерлек, уларҙы тағы ла сағыуыраҡ итеү, туристарҙы йәлеп итеү тураһында форумда ҡыҙыҡлы фекерҙәр күп яңғыраны.
Читайте нас: