+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Июль 2020, 22:55

Еңеүселәр иртәгә билдәле буласаҡ

8 – 30 июндә баш ҡалала “Өфө уйнай-2020” офлайн уйыны үткәрелде.

8 – 30 июндә баш ҡалала “Өфө уйнай-2020” офлайн уйыны үткәрелде.
Унда көн һайын иртәнге сәғәт 10-дан төшкө 1-гә тиклем 11-13 йәшлек балалар ҡатнашты. Өс этаптан торған “Өфө уйнай-2020” – алты мәсьәләне хәл итеп, үҙ юлыңды таба торған уйын ул. Өфөгә, республикабыҙға бәйле тарихи, мәҙәни, ғилми һәм башҡа мәғлүмәттәр буйынса ярыштар, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан ребурстар, башватҡыстар сисеү һ.б. ойошторолдо. Барыһы ла сарала ҡатнашыусыларҙың йәшен, ҡыҙыҡһыныуҙарын күҙ уңыда тотоп төҙөлгәйне. Балалар уйын ваҡытында асҡыс-кодҡа эйә булды һәм үҙҙәренең социаль селтәрҙәге аккаунтында #УФАИГРАЕТ2020, #ӨФӨУЙНАЙ2020 хештегтарын ҡуйҙы. Сараның һуңғы көнөндә ошондай асҡыс-кодтарҙан бер фразаны тупларға һәм хештегтар менән инстаграмға ҡуйырға кәрәк ине.
Тағы шуныһы мөһим: коронавирус инфекцияһынан һаҡланыу саралары үтәлде. Ҡатнашыусыларҙың һаны сикләнмәне. Уйындарҙа V – VII кластарҙан – 2100, IX – XI кластарҙан 100-ҙән ашыу ҡыҙ һәм малай һынау тотто.
Хәүефһеҙлек өсөн тотош ҡала квадраттарға (зона) бүленде. Ә локация картаһы менән балалар ҡала мэрияһы сайтында таныша алды. Ошоларҙың барыһына ла Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәкселек итте. Райондарҙың мәғариф идаралыҡтары, өҫтәмә белем биреү ойошмалары, үҫмерҙәр клубтары, мәҙәниәт һәм спорт саралары ойошмалары куратор булды.
Финалға күберәк балл туплағандар һәм хазина тапҡандар сыҡты. Һәр дүшәмбе төшкө 14.00 сәғәттә еңеүселәр онлайн рәүештә тәбрикләнде, улар автоматик рәүештә ҡала этабына сыҡты. Иртәгә иһә ҡала уйындарында еңеүселәрҙе ҡотлаясаҡтар. Уларға грамоталар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.
Читайте нас: