-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Июль 2020, 22:40

Конституцияға төҙәтмәләр үҙ көсөнә инде

3 июлдә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин төҙәтмәләр индерелгән Рәсәй Конституцияһының көсөнә инеүе тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Документ шул көндө үк Рәсәй Президентының рәсми сайтында донъя күрҙе.

Указда 25 июндән 1 июлгә тиклем барған Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреүендә хупланған Конституцияға төҙәтмәләр 4 июлдән ғәмәлгә инә, тип әйтелә. Унан алда Рәсәй Президенты тауыш биреү һөҙөмтәләре мөһим мәсьәләләр буйынса йәмғиәттең тупланыу кимәленең юғары булыуын күрһәтеүе хаҡында белдергәйне.
“Бында һуңғы, хәл иткес һүҙҙе тик Рәсәй граждандары ғына әйтә ала ине. Беҙ мөһим ҡарарҙы бергә, бөтә ил менән ҡабул иттек”, – тине Владимир Путин.
Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреүендә тауыш биреү исемлегендә булған Рәсәй халҡының 67,97 проценты ҡатнашты, уларҙың 77,92 проценты Конституцияға индерелгән төҙәтмәләрҙе хупланы, 21,27 процент ҡаршы булды.
#ВладимирПутин
Читайте нас: