-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Июль 2020, 22:10

Табиптарҙың эшенән ҡәнәғәт ҡалғандар

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡарасәй-Черкесс Республикаһынан беҙҙең табиптарҙың ҡайтыуы уңайынан социаль селтәрҙә үҙенең фекерҙәре менән уртаҡлашты.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡарасәй-Черкесс Республикаһынан беҙҙең табиптарҙың ҡайтыуы уңайынан социаль селтәрҙә үҙенең фекерҙәре менән уртаҡлашты.
“Бөгөн беҙҙең табиптар Ҡарасәй-Черкесс Республикаһынан ҡайтты. Улар унда пациенттарҙы коронавирус инфекцияһынан дауалау йәһәтенән ярҙам күрһәтте.
Бер яҡтан ҡараһаң, беҙ әле үҙебеҙ ҙә был сирҙе тулыһынса еңмәгәнбеҙ, ә башҡа төбәктәргә ярҙамға юлландыҡ. Эйе, шулай. Әммә Башҡортостан табиптары коронавирусҡа ҡаршы көрәшкә тиҙ арала ҡулайлаша алды һәм ниндәйҙер кимәлдә тәжрибә тупланы. Ошо тәжрибәне беҙ башҡалар менән дә уртаҡлашабыҙ. Ҡарасәй-Черкесс Республикаһында өс аҙна булыу осоронда беҙҙең табиптар көн һайын 120-ләп пациентты ҡабул итте, уларҙы дауалау алымдарына төҙәтмәләр индерҙе.
Башҡортостан белгестәре коронавирус инфекцияһын профилактикалау, диагностикалау һәм дауалау буйынса был республиканың дауаханаларында эшләгән хеҙмәткәрҙәргә лекциялар уҡыны, “ҡыҙыл зона”ларҙа эшләне, “таҙа” һәм “бысраҡ” зоналар араһында арауыҡ һаҡларға өйрәтте.
Беҙҙең табиптарҙың эше осоронда Ҡарасәй-Черкесс төбәгенең Республика клиник дауаханаһындағы сирлеләр һаны 276-нан 42 кешегә тиклем кәмегән. Төбәк халҡы тарафынан бик йылы фекерҙәр әйтелгән.
Һөнәри оҫталыҡ һәм эште дөрөҫ ойоштороу мотлаҡ һөҙөмтә бирә. Әле табиптарыбыҙ бер аҙ ял итеп аласаҡ һәм үҙ дауаханаларында, поликлиникаларында яңынан эшкә тотонасаҡ. Әлегә барыбыҙға ла тынысланырға ярамай.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.
Читайте нас: