+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Июль 2020, 22:45

Яҡынса һөҙөмтәләр ҡаралды

Капиталь төҙөлөш объекттарының кадастр хаҡы баҙар ысынбарлығына яҡын булырға тейеш тигән фекер әйтте Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә 2020 йылда үткәрелгән дәүләт баһаһының яҡынса һөҙөмтәләре ҡаралды.

Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская белдереүенсә, Күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт реестры (ЕГРН) мәғлүмәттәре нигеҙендә формалаштырылған объекттар исемлегенә баһалау талап ителгән 2 миллион 600 мең бина, йорт һәм ҡоролма индерелгән.
ЕГРН-дағы мәғлүмәттәр сифатын баһалау маҡсатында “Дәүләт кадастр баһаһы һәм техник инвентаризация” учреждениеһы белгестәре өҫтәмә мәғлүмәттәре асыҡлау буйынса эш үткәреп, 30 мең объекттың характеристикаһын асыҡлаған.
"Учреждениеның маҡсаты – процедураның асыҡлығы нигеҙендә сифатлы һәм ғәҙел кадастр баһаһы үткәреү", – тине Наталья Полянская.
"Был эште дауам итегеҙ, әүҙемлекте кәметмәгеҙ. Күсемһеҙ милек хаҡы иҡтисади яҡтан нигеҙләнгән һәм мөмкин булғанса баҙар торошона яҡынайтылған булырға тейеш", – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас: