8 июль – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан 6–12 июлдә Башҡортостанда Ғаилә аҙналығы үтә. Ошо арауыҡта республикала йәшәүселәр өсөн ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытыу һәм яуаплы ата-әсәләр тәрбиәләүгә йүнәлтелгән саралар һәм акциялар ойошторола.
6 июль (дүшәмбе) – “Ғаилә изгелек бумерангы” республика акцияһында балалар өсөн яңы һәм тотонолған йыһаз, коляска, сана, велосипед һ.б. йыйыу була. Әйберҙәрҙе “Ғаилә” үҙәгенең район бүлексәһенә (Красноусол ауылы, Калмыков урамы, 16/1) килтерергә мөмкин.
7 июль (шишәмбе) – “Файҙалы кәңәштәр” марафонында (ата-әсәләргә ярҙам күрһәтеү өсөн бушлай телефон: 8800-347-5000) психологтар 12.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем балаларҙы тәрбиәләү, ғаи лә мөнәсәбәттәре һ.б. тураһында һорауҙарға яуап бирәсәк.
8 июль (шаршамбы) – ғаилә бюджетын тулыландырырға “Ғаилә менән отошло” (#семьяэтовыгодно) акцияһы ярҙам итәсәк. БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты ҡатнашлығында уҙған акцияла сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ вәкилдәре балалы ғаиләләргә тауар һәм хеҙмәттәргә ташламалар эшләй.
9 июль (кесе йома) – “Башҡортостан буйлап ғаилә туры” акцияһында ғаилә менән ял итеү урындары тураһында мәғлүмәттәр алырға була.
10 июль (йома) – “Хәүефһеҙ юл – бәхетле ғаилә” “Ғаилә” үҙәге белгестәре ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән берлектә юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға мәғлүмәт ҡағыҙҙары, памяткалар таратасаҡ.
11 июль (шәмбе) – “Осрашыу урыны – “Ғаилә” үҙәге” сараһы сиктәрендә 12.00-дән 15.00 сәғәткә тик-лем район бүлексәһендә “Асыҡ ишектәр көнө” үтә.
12 июль (йәкшәмбе) – “Ғаилә пикнигы” интернет конкурсында Инстаграмда ошо көндә ғаиләгеҙ менән тәбиғәттә төшкән фотоғыҙҙы #Семейныйпикник2020 хэштегы менән ҡуйырға кәрәк. Иң күп лайыҡ йыйыусы иҫтәлекле бүләк аласаҡ.