+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июль 2020, 16:20

Бүләктәр эйәләрен көтә!

Гәзиттә хәбәр итеүебеҙсә, 2020 йылдың беренсе ярты йыллығына “Табын” гәзитенә яҙылып өлгөрмәгәндәр өсөн матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы 15 июлгә тиклем оҙайтылды.

Гәзиттә хәбәр итеүебеҙсә, 2020 йылдың беренсе ярты йыллығына “Табын” гәзитенә яҙылып өлгөрмәгәндәр өсөн матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы 15 июлгә тиклем оҙайтылды.
Йәйге мәшәҡәттәр менән онотолоп, гәзиткә яҙылмай ҡалһағыҙ, тиҙ арала почта бүлексәләренә ашығығыҙ.
Подписка һөҙөмтәләре буйынса төп бүләктәрҙе отоусыларҙан Ерек ауылынан Кәримов Рәүеф ағайҙың ҡатыны Зөлфиә Низаметдин ҡыҙы бүләк мультиварканы килеп алды (һүрәттә). Быға тиклем бер ҙә гәзиттән бүләк отмаған Зөлфиә апай был юлы ла квитанцияһын ышанар-ышанмаҫ ҡына ҡалдыра. Бүләген алғас, шатлығын йәшермәй, редакция хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт әйтеп, эштәрендә уңыштар теләп хушлашты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Табын”ға ярты йылға яҙылыу 947 һум 82 тин, пенсионерҙарға 867 һум 12 тин, һуғыш ветерандары һәм 1-се, 2-се төркөм инвалидтарына – 861 һум 42 тин, Красноусолда альтернатив яҙылыу 708 һум, электрон подписка 570 һум тора.

“Табын”ға яҙылығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!

Читайте нас: