-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Июль 2020, 05:40

Боҙ аренаһы асыласаҡ

Ишембайҙа Боҙ аренаһы төҙөлөп бөтөп бара.Был объекттың дөйөм майҙаны – дүрт меңдән ашыу квадрат метр. Был 500 урынлыҡ аренаны августа файҙаланыуға тапшырмаҡсылар. Килешеү буйынса уның хаҡы 270 миллион һумдан ашыу тәшкил итә.

Ишембайҙа Боҙ аренаһы төҙөлөп бөтөп бара.
Был объекттың дөйөм майҙаны – дүрт меңдән ашыу квадрат метр. Был 500 урынлыҡ аренаны августа файҙаланыуға тапшырмаҡсылар. Килешеү буйынса уның хаҡы 270 миллион һумдан ашыу тәшкил итә.
Бөгөнгә барлыҡ эске биналар ҙа әҙер, тиерлек. Тауышты изоляциялау материалы ҡуйыла. Боҙ йәйеү өсөн урын әҙерләнгән, һыуытыу системаы монтажланған. Өҫтәүенә эргәләге биләмә лә төҙөкләндерелгән: юлдарға асфаль түшәлгән, парковкалау урындары барлыҡҡа килгән, электр үткәрелгән һәм башҡа эштәр атҡарылған. Тиҙҙән ҡоролмалар килтереләсәк. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: был объектты “Өфө-Арена” боҙ һарайын төҙөгән ойошма монтажлаған.
– Ишембай районы өсөн был объекттың асылыуы ҙур социаль әһәмиәткә эйә. Бында спортҡа балаларҙы күберәк ылыҡтырыу өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған. Был – яңы эш урындарыла: яңы тренерҙарҙы йәлеп итергә уйлайбыҙ, – ти Ишембай районы хакмиәте башлығы Азамат Абдрахманов. – Боҙ һарайында яңы секциялар – хоккей, фигуралы шыуыу – асыласаҡ. Малайҙарыбыҙҙың һәм ҡыҙҙарыбыҙҙың күршеләге Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларына бармиайынса спорт менән шөғөлләнеү мөмкиндеге барлыҡҡа киләсәк. Быға тиклем күптәр фигуралы шыуыу секцияһына – Стәрлетамаҡҡа, хоккей өсөн Салауатҡа йөрөй ине. Тиҙҙән үҙебеҙҙә, Ишембайҙа, балалар, аҙаҡ йәштәр хоккей командаларын туплаясаҡбыҙ.
Был Боҙ һарайы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” проекты һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде.
Фото: Ишембай район хакимиәтенән.
Читайте нас в