Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда COVID-19 йоҡтороусылар һаны 48-гә артҡан, тип хәбәр иттеләр Роспотребнадзорҙың республика буйынса идаралығынан.
«100 мең халыҡҡа ауырыу күрһәткесе 140,4 осраҡ тәшкил итте, — тип белдерҙе Роспотребнадзор вәкиле Зөлфиә Камаева шишәмбе Өфө мэрияһында уҙған оператив кәңәшмәлә. — Республикала яңы коронавирус инфекцияһының таралыу күрһәткесе 1 тәшкил итте».
Өфөлә 1 955 коронавирус осрағы теркәлгән, уларҙың 22-һе һуңғы тәүлектә асыҡланған. Хәҙер баш ҡалала сир күрһәткесе йөҙ мең кешегә 171,5 осраҡ тәшкил итә, тип өҫтәне Зөлфиә Камаева.