1 июлдән Башҡортостанда алкоголле эсемлектәрҙе бүлеп һатыуҙың яңы тәртибе ғәмәлгә инде.
Быға тиклем спиртлы эсемлектәр һатыу 22.00-дән иртәнге 10.00 сәғәткә тиклем тыйыла ине. Хәҙер сикләү 23.00-дән иртәнге 8.00 сәғәткәсә индерелде. Әгәр мохтажлыҡ булғанда БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтары
буйынса дәүләт комитеты был режимға үҙгәрештәр индереп локаль сикләүҙәр ҡулланырға мөмкин.
Йәмәғәт туҡланыу предприятиеларына был тыйыуҙар ҡағылмай.