Көн йылы, йомшаҡ ҡына ел иҫә. Түтәлдәге аллы-гөллө сәскәләр, хуш еҫтәрен таратып, ҡояш нурҙарына иҙерәп кенә йоҡомһорайҙар. Шул саҡ Сәлимә янына бер аяғына сатанлабыраҡ, мыҡты кәүҙәле, зауыҡ менән кейенгән 50-60 йәштәр самаһындағы бик күркәм ир килеп ултырҙы. - Бер ҙә күргәнем юҡ ине, ҡаланан ҡайтҡандыр, ахыры, кейеме лә боронғосараҡ... - Юҡ, мин ошо ауылдыҡы. Ҡыҙ аптырап китте: ҡысҡырып әйтмәгәйне ләһә. - Һеҙ кем булаһығыҙ? Нишләптер танымайымсы. Ир уҙаманы тороп баҫты, эшләпәһен ҡулына алып, сәскәләргә ишаралап һөйләй башланы.
Яғымлы тауыш ҡапыл өҙөлдө, ярҙам көткәндәй ҡыҙға ҡараны. Сәлимә һикереп торҙо ла, эләктереп тә алды. - Нәфис төҫтәренә, буйҙарына Хайран ҡалып, ҡыҙығып ҡараным. Эй, сәскәләр, һеҙгә кемдәр дуҫтар? Кемдәр дошмандар? - тип һораным. - Был беҙҙең хөрмәтле ауылдашыбыҙ, шағирыбыҙ Мәжит Ғафуриҙың шиғыры. Мин бик тә яратам уны. - Ә һеҙ ҡайҙан беләһегеҙ? Әәә! Мәктәптә уҡығанда ятлағанһығыҙ инде. Ҡабат эскәмйәгә ултырҙылар. - Мәжит бабайың мин... Мәжит Ғафури... Сәлимә сәйерһенеп ҡараны. - Эйе, мин Мәжит Ғафури, тип мөләйем йылмайып яуапланы. - Мәжит Ғафури?! Шағирмы? Ул үлгән дә инде... Ир " эйе" тип башын ғына ҡаҡты. Ҡыҙ, сикһеҙ ғәжәпләнеп, тирә - яғына ҡарап алды: берәйһе шаяртмаймы? Әллә эҫе ҡаптымы - былай башы әйләнмәй, галлюцинациямы - һиҙҙермәй генә аяғын семетте, ауырта. - Ҡурҡма, ҡыҙым. Мин икенсе тапҡыр ҡайтам шулай. - Нисек...ҡайтаһығыҙ?! Ҡайҙан? Шаяртмағыҙ, теге донъянан бер кем дә ҡайта алмай. - Ныҡ һағынам шул ялан тәпәй йөрөгән ауылымды, балыҡ тотҡан Еҙем һыуҙарын, күкрәк киреп бесән сапҡан болондарҙы, ураҡ менән иген урған яландарҙы һәм тәүге мөхәббәтемде. - Ышанмайым. Башҡалар ҙа шулай йөрөрҙәр ине. - Уны аңлатып булмай: бына бер көнгә генә ебәрҙеләр. Сәлимә һаман шикләнһә лә, ҡыҙыҡһыныусанлығы еңде. - Әгәр мөмкин булһа, шул турала һөйләгеҙ әле, Мәжит ағай... "бабай" тип әйтергә теле әйләнмәне - Иң беренсе ҡайтыуым 1980 йылдың август айында булды. Минең 100 йыллыҡ Юбилейымды СССР кимәлендә ҙурлап үткәрҙеләр. Бик матур, мәртәбәле байрам булып иҫемдә ҡалған ул. СССР тигән бөйөк илдең арҙаҡлы шәхестәре, һәр республиканың күренекле яҙыусылары, шағирҙары килгәйне. Уларҙан китап һөйөүселәр сират тороп автограф алғандарын ҡыҙығып ҡарағайным. Ә халыҡтың күплеге, иҫ китерлек! Тирә-яҡ ауылдарҙан йылға ағымы кеүек килгәндәр, ҡалаларҙан ҡайтҡандар ине. Бигерәк тә үҙемдең ейәндәремде күреп шатландым, бик талантлы шағир, яҙыусы Мостай Кәримдең сығышын яратып тыңланым, Рәшиҙә Туйсинаның нәзәҡәтле бейеүен иҫем китеп ҡараным, Нәзифә Ҡадырованың моңона ғашиҡ булдым. Иҫемдә: миңә бағышлап ҙур парк астылар, әле шул ваҡытта ултыртҡан ағастар гөрләп үҫеп ултыра; шишмәне таҙартып матурланылар, күпме кеше шифалы тәмле һыуын эсә; ауылды төҙөкләндерҙеләр, ялтырап торған юлдар түшәнеләр. Ауылым танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе: элекке байҙарҙыҡынан да яҡшыраҡ өйҙәр теҙелешеп ултыра. - Эй, ул ваҡыттағы һөйөнөүҙәрем: баҫыуҙарҙа игендәр шаулап үҫә, халыҡ икмәккә туйған; яңынан-яңы мәктәп- дарыуханалар асыла, бушлай уҡыталар, дауалайҙар; завод-фабрикалар бар көсөнә эшләй; балалар шат, ололар ҡәҙер- хөрмәттә. Бөйөк Ватан һуғышында еңгән мәшһүр СССР - ҙа кешеләр дуҫ, татыу йәшәйҙәр. Шул совет илен төҙөшөүҙә ҡатнашҡаным өсөн ныҡ шатланғайным. Бына бөгөн тағы ҡарап сыҡтым: донъя шул тиклем алға киткән. Кибеттәр аҙыҡ- түлек менән туп-тулы, бөтә нәмә бар: йәнең теләгәнде һайлап ал. Халыҡҡа йәшәү ныҡ еңелләшкән: һыу, газ өйҙә. Техника ныҡ алға киткән: төҫлө телевизорҙар, кер йыуыу машиналары, бөтә нәмә компьютерлаштырылған. Балалар бәләкәйҙән уҡый, яҙа беләләр, төрлө илдәр күрәләр, сәйәхәт итәләр. Шул бәләкәстәрҙән алып ҡарттарына тиклем ҡулдарында "яңыса"төрлө телефон, ҡайҙа ғына етеп һөйләшмәйҙәр ҙә, нәмәне генә белмәйҙәр. Тырыш, хеҙмәт яратҡан кешеләр яҡшы өйҙәрҙә йәшәйҙәр, ниндәй генә машиналарҙа елдермәйҙәр. Элекке заман менән хәҙергене сағыштырып та булмай, шуларҙы күреп бик ҡыуандым. Мәжит ағай түш кеҫәһенән алтын ялатылған сылбырлы сәғәтен килтереп сығарҙы. - Миңә ваҡыт. Әйткәндәй, һинең өләсәңдең өләсәһе лә Сәлимә ине. - Эйе шул. Беҙҙең ғаилә шәжәрәһендә шулай яҙылған, мин уның бүләсәһе. Шул ҡарт өләскә оҡшап аҡыллы, матур, йырсы ла булһын, тип ҡушҡан әсәйем. Ҡыҙ үҙенең үтә асылып киткәненә уңайһыҙланып, ә Мәжит Ғафури иҫенә төшөргәндәй, бер аҙ һүҙһеҙ ултырҙылар. - Беҙ Сәлимә менән бер урамда йәшәп, бергә уйнап үҫтек. Ул минең балалыҡ дуҫым, тәүге һөйөүем ине. Ә һин, ысынлап та, уға бик оҡшағанһың. - Бына һинең менән рәхәтләнеп башҡортса әңгәмәлләшкәс, күңелем булды, Сәлимә ҡыҙым. Минең ижадымды яратып уҡыған, үә мине һәр саҡ иҫләгән, үә башҡорт телен һаҡланған халҡыма мең-мең рәхмәтлемен. Һәм... ҡапыл юҡ та булды. Юғарынан шиғыр юлдары гына ишетелде: