+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июль 2020, 14:05

Һоҡланмау мөмкин түгел

Леспромхоздың 111-се участкаһынан шат йылмайышҡан егет менән ҡыҙ етәкләшеп Красноусолға табан атлап килә. Бер-береһенә ҡарап көлөшөп, йүгереп тә китәләр. Ҡыуанмаҫлыҡ та түгел бит, бөгөн улар ғүмерлеккә бергә булырға һүҙ бирешеп, ғүмер юлын бергәләп үтер өсөн яҙылышырға киләләр. “Тормош юлдары ҡатмарлы, бер яңғыҙың юл үтмә”, тигән йыр һүҙҙәрен улар үҙҙәренә юлдаш итеп алған кеүек. Хәҙер инде ошо ваҡыттан бирле 60 йыл үтеп тә киткән. Әйтерһең, күҙ асып йомған ара һымаҡ булды, тип хәтерләй бөгөн Тәнзилә Ваһап ҡыҙы менән Ришат Бәхти улы Мырҙаҡаевтар был йылдарҙы.

Леспромхоздың 111-се участкаһынан шат йылмайышҡан егет менән ҡыҙ етәкләшеп Красноусолға табан атлап килә. Бер-береһенә ҡарап көлөшөп, йүгереп тә китәләр. Ҡыуанмаҫлыҡ та түгел бит, бөгөн улар ғүмерлеккә бергә булырға һүҙ бирешеп, ғүмер юлын бергәләп үтер өсөн яҙылышырға киләләр. “Тормош юлдары ҡатмарлы, бер яңғыҙың юл үтмә”, тигән йыр һүҙҙәрен улар үҙҙәренә юлдаш итеп алған кеүек. Хәҙер инде ошо ваҡыттан бирле 60 йыл үтеп тә киткән. Әйтерһең, күҙ асып йомған ара һымаҡ булды, тип хәтерләй бөгөн Тәнзилә Ваһап ҡыҙы менән Ришат Бәхти улы Мырҙаҡаевтар был йылдарҙы.
Сабырлыҡтарына һәйкәл ҡуйырлыҡ, йәшәүҙәре күптәргә өлгө булырлыҡ ғаиләләрҙең береһе улар. Икеһе лә Бөйөк Ватан һуғышы осоро балалары, ауырлыҡтарҙы үҙ елкәһендә татып үҫкәндәр. Шуғалыр ҙа бер эштән дә ҡурҡмай, донъяһын да ҡорғандар, мал-тыуарын да аҫрағандар, хөкүмәткә лә эшләгәндәр. Улар ҡасандыр гөрләп эшләгән леспромхоздың 111-се участкаһында танышҡан.
- Ул йылдарҙы уйлаһаң, уйылып китерлек. Был участкала етмешләп эшсе йәшәй, эшләй ине. Быяла заводы утын менән эшләгәс, утын әҙерләп тәьмин итеү беҙҙең яуаплылыҡта булды. Мин сығышым менән Үтәк ауылынан, Тәнзилә - Яңғыҙҡайындан. Бында эшкә килгәс күрше йәшәнек. Әсәйем Хәҙисә менән атайым Бәхти 11 балаға ғүмер биреп үҫтергәндәр, мин иң бәләкәйе. Хәҙер уларҙан бер үҙем генә ҡалғанмын, ҡалғандар мәрхүм инде. Ә тормош иптәшемдең әсәһе Ғәйшә, атаһы Ваһап, ул 6 балалы ғаиләлә үҫкән. Күҙ һалып йөрөгәнмендер инде, уңған ҡыҙҙы йыраҡ ебәрге килмәне. Ҡара урман аша 8 километр йәйәү килеп яҙылыштыҡ. Тормош көткәс өйөң дә, һарайың да, мунсаң да булһын тип тырышаһың, шулай 60 йыл 6 көн кеүек үткән дә киткән. Йәштәргә шуны әйтер инем: төрлө саҡтар була, айырылмаһындар ине. Ауырлыҡты еңеп йәшәргә кәрәк. Беҙҙең ваҡытта ла еңел булманы, - тип үткәндәрен иҫкә алып, йәштәргә үҙ кәңәштәрен биреп һөйләп үтте Ришат Бәхти улы.
Ғаилә башлығы 14 йыл леспромхозда, 30 йылдан артыҡ лесхозда эшләп пенсияға сыҡҡан. Балта оҫтаһы булғас, һис бер эшһеҙ торорға тура килмәгән уға. Тәнзилә Ваһап ҡыҙы Красноусолға күсеп килгәс, ОРС-та эшләгән, сельпо икмәкханаһында икмәк бешереүсе булып хаҡлы ялға туҡтаған. 33 йыл ҡәйнәһе менән әсәле-ҡыҙлы кеүек йәшәгәндәр. 1939 йылғы хужабикә бөгөн дә тик тормай. Өйҙәрен сәскәгә күмеп төрлө гөлдәр үҫтерә, бәйләгән әйберҙәре әллә ҡайҙан күҙгә салынып, йәм биреп тора. Тәртип яратҡан, тик тормаҫ ҡатындың баҡсаһында бер сүп үләне күрермен тимә. Эштән йәм табып йәшәүсе пар, ғүмер буйы эре мал, ҡош-ҡорт, ҡуян аҫрап йәшәһә, әле лә кәзә, тауыҡ тотоп көн күрә.
Тәнзилә һәм Ришат Мырҙаҡаевтар биш бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Иң өлкәне Әлфиә менән Зөлфиә ҡыҙҙары Стәрлелә йәшәйҙәр, Красноусолда йәшәүсе Лилиә ҡыҙҙары менән Рәйес кейәүҙәре яҡын торғас, төп таяныстары, йыш килеп, хәлдәрен белеп торалар. Тик ғаиләне ауыр ҡайғылар ҙа урап үтмәгән, Риф, Альберт улдары иртә мәрхүм булып, әсәй-атай йөрәгендә уңалмаҫлыҡ яра һалынған. Бөгөнгө көндә 60 йыл бергә йәшәгән пар 6 бүлә-бүләсәрҙең һөйөклө өләсәй-олатаһы ла.
- Эшләгән осорҙа бушҡа путевка бирһәләр ҙә, курортҡа барырға ла ваҡыт булманы. Күмәк йәшәгән саҡтар һағындыра. Балаларға рәхмәт инде, һәр береһе ярҙам итергә тырыша. Хоҙайҙан уларға барыһы ла һәйбәт булыуын теләп ултырабыҙ. Олоғайғас табиптарға ла күп мөрәжәғәт итергә тура килә, Максим Никитинға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, уның һүҙе лә дарыу кеүек. Тормошобоҙҙан ҡәнәғәтбеҙ, - ти Тәнзилә Ваһап ҡыҙы.
Тормошта бер-береһенә терәк, кәрәк булып, балаларына өлгөлө әсәй-атай булған, барса туғандар менән матур йәшәгән Мырҙаҡаевтарға һоҡланмау мөмкин түгел. Киләсәктә лә балалар ҡыуанысында, туғандар хөрмәтендә, һаулыҡ, шатлыҡта ғүмер кисерергә яҙһын уларға.

Читайте нас: