+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июль 2020, 10:25

Пособие алыусылар арта

БР Хеҙмәт министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, аҙ килемле ғаиләләрҙә (килеме йәшәү минимумы – 9804 һумдан аҙ) тәрбиәләнеүсе 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға пособие түләү тәртибе менән таныштырҙы. Күптән түгел төбәктә был түләүҙе алыусылар исемлеге киңәйтелеп, хеҙмәткә яраҡлылар эшләргә йәки уҡырға тейеш тигән положение бөтөрөлдө.

Министрлыҡ мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда июнь башына ошо түләүҙе алыуға gosuslugi.ru дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү порталында 55 мең ғариза теркәлгән. Июндең 3 аҙнаһында 40 мең ғариза, шуларҙың 14 меңе – ҡабатлап бирелгән.
20 майҙан социаль хеҙмәткәрҙәр 1,5 миллион һорау ебәргән, әле уларҙың бөтәһенә лә яуап алынмаған.
“Барлыҡ мөрәжәғәттәр Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү республика үҙәгендә ҡарала. Пособие билдәләнеү йәки билдәләнмәү тураһында барыһына ла яуап буласаҡ. Документтар етешмәү сәбәпле кире яуап алынған осраҡта ғаризаны ҡабаттан бирергә мөмкин. Ҡасан мөрәжәғәт итеүгә ҡарамаҫтан, түләүҙәр 1 ғинуарҙан билдәләнә. Әммә ғаризаны 2020 йыл аҙағына тиклем биреп өлгөрөргә кәрәк”, - тип аңлаталар ведомствола.
Июлдә балаларға пособие май-июндә ғариза биргәндәргә түләнә. 2020 йылдың тәүге ярты йыллығына республикаға федераль бюджеттан был пособиены түләүгә 945,5 миллион һум бүленгән.
Читайте нас: