+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июль 2020, 00:50

Асҡыстар тапшырылды

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Белорет, Бөрө, Кумертау, Нефтекама, Сибай дауаханаларына күсмә маммография кабинеттарынан асҡыстар тапшырҙы.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Белорет, Бөрө, Кумертау, Нефтекама, Сибай дауаханаларына күсмә маммография кабинеттарынан асҡыстар тапшырҙы.
Мобиль комплекстарҙа автономлы эшләү өсөн, шул иҫәптән “Һаулыҡ поезы” акцияһы сиктәрендә барлыҡ уңайлыҡтар ҙа бар. Һаулыҡ һағы министры Максим Забелин әйтеүенсә, яңы техника ҡатын-ҡыҙҙарҙағы күкрәк яман шеш сирен иртә стадияла асыҡларға мөмкинлек бирә.
2020 йылда 162 миллион һумға 8 күсмә кабинет алынған.
Республика Башлығы яңы техниканы ҡарап, медицина персоналының эш шарттарын баһаланы.
  • Беҙ был заманса, уңайлы комплекстарҙы артабан да аласаҡбыҙ. Улар бар республикала булырға тейеш. Иң мөһиме – ҡатын-ҡыҙҙар медицина тикшереүен даими үтеп торһондар ине. Яҡын арала тораҡ пункттарға медицина поездарын оҙатасаҡбыҙ.
  • Читайте нас: