-9 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июль 2020, 14:30

Балаларға уйнар урын булды

Учалы районының Учалы ауылындағы яңы биҫтәлә универсаль спорт майҙансығы сафҡа инде. Яңы балалар баҡсаһы эргәһендә урынлашҡан объект "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһы сиктәрендә барлыҡҡа килде.

Учалы районының Учалы ауылындағы яңы биҫтәлә универсаль спорт майҙансығы сафҡа инде. Яңы балалар баҡсаһы эргәһендә урынлашҡан объект "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһы сиктәрендә барлыҡҡа килде.
Спорт комплексының асылыуы – ауыл халҡы өсөн ҡыуаныслы ваҡиға, сөнки был биҫтәләге ер участкаларының күп өлөшө йәштәргә бүленгән, яңы йорт һалып инеүселәр байтаҡ, балалар ҙа күп.
- Йәйге каникул мәлендә балаларға ошондай шәп бүләк эшләй алыуыбыҙға сикһеҙ шатмын. Балаларҙың ҡыуанысы – ололарҙың ҡыуанысы, - ти район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов.
Майҙансыҡты төҙөү өсөн республика һәм урындағы бюджеттан аҡса бүленгән, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты ла ярҙамдан ситтә ҡалмаған, ауыл халҡы ла үҙ өлөшөн индергән. Подрядсы бурыстарын Ейәнсура районынан “Уралдеком” компанияһы башҡарған.
Балалар спорт майҙансығы менән бик ҡәнәғәт, уларға йәйен мини-футбол, баскетбол, ә ҡыш көндәре сәкән һуғырға бар шарттар ҙа тыуҙырылған.
Әйткәндәй, Учалы ауылында ошондай уҡ спорт майҙансығы күптән түгел “Аныҡ эштәр” программаһы сиктәрендә башҡорт гимназияһы эргәһендә лә төҙөлгәйне. Тиҙҙән РТС тип аталған биҫтә балалары ла ошондай шатлыҡ кисерәсәк.
Йәш быуындың киләсәген хәстәрләп ошондай спорт майҙансыҡтары булдырыу - Башҡортостанда ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының уңышлы тормошҡа ашырылыуы ул.
Фото: Учалы районы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас в