-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июль 2020, 13:30

“ФормART” проектында ҡатнашығыҙ

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың башланғысы менән округта урам сәнғәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән “ФормART” проекты тормошҡа ашырыла башланы.

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың башланғысы менән округта урам сәнғәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән “ФормART” проекты тормошҡа ашырыла башланы.
Стрит-арт фестиваленең маҡсаты – йәш рәссамдар ижадына булышлыҡ итеү, округ төбәктәрендә граффити сәнғәте ярҙамында заманса ҡала мөхите һәм өр-яңы мәҙәни кодтар булдырыу. Төп темаһы – коронавирусҡа ҡаршы көрәштә берҙәмлек, һәр кеше роленең әһәмиәте.
Проектта Волга буйы федераль округында йәшәгән 16 – 35 йәшлек һөнәри стрит-арт рәссамдары, һәүәҫкәр рәссамдар ҡатнаша ала. Бының өсөн Formartpfo.ru сайты аша ғариза бирергә кәрәк. Һайлап алыу этабында ғаризалар 7 авгусҡа тиклем ҡабул ителә. Эштәрҙе компетентлы жюри баһалай. Финалға сыҡҡандар округтың һәр төбәгендәге билдәле биналарҙың стенаһында художестволы ниәттәрен сағылдыра ала, шулай уҡ ижадты үҫтереүгә 50-100 мең һум күләмендә аҡсалата грантҡа дәғүә итәсәк.
Ҡала мөхите объекттары стенаһында ижад барышын сағылдырған фотолар һәм видеояҙмалар проекттың сайтында урынлаштырыла, ә фестивалдең еңеүсеһе быйыл октябрҙә тауыш биреү юлы менән йәмәғәтселек билдәләйәсәк.
Фото: formartpfo.ru
Читайте нас: