+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июль 2020, 17:25

Радий Хәбировтың Ғафури районына эш сәфәре

Бөгөн Ғафури районына эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров килде.

Бөгөн Ғафури районына эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров килде.
Тәүҙә ул Сәйетбаба ауылында булып, "Сәйетбаба" башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге эше, халыҡтың йәшәйеше менән ҡыҙыҡһынды. Шулай уҡ ауыл табиплыҡ амбулаторияһын ҡараны, халыҡ менән фекер алышты.
Төбәк етәксеһе йәмле Еҙем йылғаһы буйында урынлашҡан “Еҙем” тәбиғәт паркы бизнес-үҙәгенә кереп сыҡты. Еҙем йылғаһы аша аҫылмалы күпергә капиталь ремонт эштәренең, шулай уҡ автомобиль юлдарын төҙөкләндереү мәсьәләһен хәл итеүҙең төрлө юлдарын әҙерләргә ҡушты.
Артабан ул “Восход-СТ” хужалығының ҡошсолоҡ фабрикаһында эштәр барышы менән танышты. Әлеге көндә предприятиела 167 мең тауыҡ аҫрау өсөн модернизация эштәре бара. Был осраҡта йомортҡа етештереү 50 миллион данаға, ә тауыҡ ите – йылына 50 тоннаға тиклем артыуы күҙаллана. Инвестицияларҙың дөйөм суммаһы – 140 миллион һум. Әле ҡошсолоҡ фабрикаһында 73 мең баш тауыҡ бар, шуларҙың 70 меңе – йомортҡа һалыусы тауыҡтар. Хужалыҡта эшселәр, шул иҫәптән йәш ғаиләләр өсөн йорттар төҙөү планлаштырыла. Был маҡсатҡа 10 ер участкаһы алынған да инде. Уларға газ, һыу үткәреү ҡарала, юл һалынасаҡ. Предприятие етәксеһе Руслан Бакиров артабанға үҫеш перспективалары тураһында һөйләне, ташламалы кредит юллау буйынса ҡыйынлыҡтар булыуын әйтте. Радий Хәбиров эшҡыуарҙы дәүләт ярҙамы күрһәтеү юлдары тураһында һөйләшеү өсөн “Инвестиция сәғәте”нә саҡырҙы.
Читайте нас: