-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль 2020, 12:15

Фажиғәғә илтеүсе сәбәптәр

Көндәр эҫеү менән һәр кем йылға-күл буйҙарына ашыҡты. Тик күптәр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында онотто.

Көндәр эҫеү менән һәр кем йылға-күл буйҙарына ашыҡты. Тик күптәр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында онотто.
Һөҙөмтәлә был аҙнала һыу ингәндә алты кешенең ғүмере өҙөлдө. Тағы шуныһы аяныслы: ике көн эсендә өс бала Бөрө, Салауат ҡалаларындағы һәм Ауырғазы районындағы йылға-күлдә батып һәләк булды. Уларға 14 – 17 йәш ине.
Оператив мәғлүмәттәргә күҙ һалһаҡ, йыл башынан республикалағы һыу объекттарында 73 бәхетһеҙ осраҡ теркәлде. Статистика күрһәтеүенсә, һыу инеүселәр төшкә сәғәт икенән киске туғыҙға тиклем һәләк булған.
Өс сәбәп – алкоголле эсемлек ҡулланған килеш, һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән урындарҙа йөҙөү һәм балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыу – фажиғәгә килтерә.
Ошо сәбәпле, республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров халыҡҡа мөрәжәғәт итте: “Таныш булмаған һәм рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инеүҙән тыйылырға саҡырам. Унда һыу аҫты ағымдары, упҡындар, батҡан ағастар, тәрән урындар һәм һалҡын шишмәләр булырға мөмкин. Эскән килеш йәки яңғыҙ һыу инмәгеҙ, ярҙан алыҫҡа китмәгеҙ, йылғаны йәки һыу ятҡылығын йөҙөп сығырға тырышмағыҙ, үҙ көсөгөҙҙө һәм мөмкинлектәрегеҙҙе артыҡ баһаламағыҙ. Балаларҙы яңғыҙҙарын һыу объекттарына ебәрмәгеҙ. Һәм йылға-күл буйында ял иткәндә бәләкәстәрҙе ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Һыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәгәндәрҙең әсәһенең һәм туғандарының күҙ йәштәре менән яҙылған һыуҙағы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре. Шуға үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ. Һыу объекттарында һәр саҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ. Уларҙы яҡындарығыҙға һәм эргә-тирәләгеләргә боҙорға рөхсәт итмәгеҙ. Тик бергә генә үҙебеҙҙе һәм балаларҙы һыуҙағы фажиғәләрҙән һаҡлаясаҡбыҙ”.
Читайте нас в