-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июль 2020, 13:30

Битлек режимы һаҡлана

Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты республикала коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү һәм уны таратыуға юл ҡуймау өсөн элекке кеүек үк битлек кейеү тәртибенең ғәмәлдә булыуын хәбәр итә.

Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты республикала коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү һәм уны таратыуға юл ҡуймау өсөн элекке кеүек үк битлек кейеү тәртибенең ғәмәлдә булыуын хәбәр итә.
Сауҙа объекттарында булған саҡта хәүефһеҙлек өсөн социаль дистанцияны һаҡларға, бирсәткә менән битлек кейергә кәрәк. Был килгәндәргә лә, битлек-бирсәткә режимын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеүселәргә лә ҡағыла.
Сауҙа объекттары хеҙмәткәрҙәре кешеләр араһындағы 1,5 метрлыҡ социаль дистанцияны талап һаҡлауҙы талап итергә, ошо арыуыҡты белдергән махсус тамғаларҙы билдәләргә, биналарҙа һәм уларҙың эргә-тирәһендә үткәреү режимын мотлаҡ үтәргә тейеш. Улар шулай уҡ, дезинфекция сараларын ҡулланып, урынды ике-өс сәғәт һайын йыйыштырып торорға бурыслы.
Бынан тыш, сауҙа үҙәктәренә түбәндәге ҡағиҙәләрҙе мотлаҡ үтәү зарур:
  • Ингән урында килгән кешеләргә теймәй генә, махсус аппарат ҡулланып, уларҙың тән температураһы үлсәнергә тейеш;
  • Әгәр килгән кешелә 37,2-нән юғарыраҡ тән температураһы күҙәтелһә йәки инфекция сире билдәләре күренһә, уны сауҙа объектына индерергә ярамай;
  • Ингән-сыҡҡан урында һәм шулай уҡ һәр ике мең квадрат метрҙа күренгән урында дезинфекциялау кәрәк-ярағы булырға тейеш;
  • Килгән кешеләрҙең һанын контролдә тоторға йәки һәр 20 квадрат метрҙа бер кеше булыуҙы тәьмин итеү зарур;
  • Ингән урындарҙа килгән, сыҡҡан кешеләрҙе һанау счетчиктары булһын.
  • Республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты санитария һәм эпидемияға ҡаршы нормаларҙы үтәүҙе даими күҙәтәсәк. Был нормаларҙы үтәмәгәндәр яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Юғары әҙерлек режимы индерелгәндән алып 3747 ойошмаға ҡарата административ хоҡуҡ боҙоу тураһында 327 эш ҡуҙғатылған.
    Читайте нас в