+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июль 2020, 14:00

Гәзиттең тоғро дуҫы

2020 йылдың икенсе ярты йыллығына “Табын” гәзитенә яҙылып өлгөрмәгәндәр өсөн 15 июлгә тиклем оҙайтылған матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тамамланырға бер нисә көн ваҡыт ҡалды. Был ярты йыллыҡта ла тоғро дуҫтарыбыҙ беҙҙең менән ҡалғандыр тип ышанабыҙ.

2020 йылдың икенсе ярты йыллығына “Табын” гәзитенә яҙылып өлгөрмәгәндәр өсөн 15 июлгә тиклем оҙайтылған матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тамамланырға бер нисә көн ваҡыт ҡалды. Был ярты йыллыҡта ла тоғро дуҫтарыбыҙ беҙҙең менән ҡалғандыр тип ышанабыҙ.
Подписка һөҙөмтәләре буйынса төп бүләктәрҙе отоусылар исемлеге гәзиттә баҫылғас, Ҡотлоғужа ауылынан өлкән йәштә булыу сәбәпле редакцияға килә алмаған Миңниса апай Ғафарова беҙгә видеомөрәжәғәт ебәргән. Унда: “Хөрмәтле “Табын” гәзите хеҙмәткәрҙәре! Беҙ район гәзитен “Еңербеҙ” сағынан уҡ алдырабыҙ. Бер йылда ла яҙылмай ҡалғаныбыҙ юҡ. Район хәлдәрен белмәй нисек йәшәмәк кәрәк!? Бүләгегеҙ өсөн ҙур рәхмәт!” - тигән һүҙҙәр бар.
Ошондай тоғро дуҫтарыбыҙ булыуына шатбыҙ һәм уларға рәхмәтлебеҙ. Миңниса апайҙың электр сәйнүген редакциянан ҡыҙы Нәжибә менән социаль хеҙмәткәр Айгөл Әхмәтшина килеп алып, һуңғыһы апайға бүләкте тапшырып, фотоһын төшөрөп тә ебәрҙе (һүрәттә). Үҙаллы изоляция режимы ваҡытында өлкәндәрҙең хәүефһеҙлеген хәстәрләп, квитанцияларын редакцияға килтереп, бүләктәрен тапшырып йөрөгән Айгөлгә лә рәхмәт еткерәбеҙ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Табын”ға ярты йылға яҙылыу 947 һум 82 тин, пенсионерҙарға 867 һум 12 тин, һуғыш ветерандары һәм 1-се, 2-се төркөм инвалидтарына – 861 һум 42 тин, Красноусолда альтернатив яҙылыу 708 һум, электрон подписка 570 һум тора.

“Табын”ға яҙылығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!

Читайте нас: