+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июль 2020, 18:20

ГТО майҙансығы эшләй башланы

Бөгөн Туймазы районының Ҡандра ауылындағы яңы “Еңеү” физкультура-һауыҡтырыу комплексы биләмәһендә заманса ГТО майҙансығы эшләй башланы.

Бөгөн Туймазы районының Ҡандра ауылындағы яңы “Еңеү” физкультура-һауыҡтырыу комплексы биләмәһендә заманса ГТО майҙансығы эшләй башланы.
Ул ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проекты программаһы буйынса төҙөкләндерелде. 300 квадрат метр майҙанды үҙ эсенә алған майҙанда резина япмалы бетон нигеҙгә сертификатланған 12 тренажер ҡуйылған. Бында спортсылар ҙа, һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән граждандар, теләге булған һәр кеше шөғөлләнә ала. Майҙансыҡта шулай уҡ ГТО нормалары ла тапшырыласаҡ. Ул иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 9-ға тиклем эшләй.
“Спорт майҙансығы асылыу менән Ҡандра ауылында сәләмәт тормош алып барған, физик культура һәм спорт менән шөғөлләнгән, ГТО комплексына әҙерләнгән кешеләр һаны артыр, шулай уҡ йәштәрҙең спорт әҙерлеге сифаты яҡшырыр, тип ышанам” – тине Туймазы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сергей Подоприхин.
Читайте нас: