+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июль 2020, 16:45

Сирлеләр 5 826-ға еткән

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирус инфекциялы сирлеләр һаны 48-гә артып, 5 826-ға еткән, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф сайтында.

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирус инфекциялы сирлеләр һаны 48-гә артып, 5 826-ға еткән, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф сайтында.
Республикала коронавирустан яңы үлем осрағы теркәлмәгән. Ошо ваҡыт эсендә 19 кеше COVID-19 ҡорбаны булған.
Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда 3 919 кеше һауыҡҡан, уларҙың 160-ы — һуңғы тәүлектә.
Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә пандемия башланғандан алып 713 936 сирле асыҡланған, әлеге ваҡытта 489 068-е һауыҡҡан. 11 017 кеше вафат булған.
Һуңғы тәүлектә илдә коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 6 635 яңы осрағы асыҡланған. Ошо уҡ ваҡытта 7 752 кеше һауыҡҡан. 174 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан.
Читайте нас: