+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июль 2020, 17:10

“Утлы йылдар шаңдауы” конкурсына йомғаҡ яһалды

“Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан районыбыҙ ижадсылары араһында һуғыш темаһына арналған әҙәби әҫәрҙәргә конкурс иғлан иткәйне. Бәйгегә килгән эштәр “Мағаш тауышы”ның интернетта "Бәйләнештә" социаль селтәрендә асылған битендә донъя күрә барҙы.

Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан районыбыҙ ижадсылары араһында һуғыш темаһына арналған әҙәби әҫәрҙәргә конкурс иғлан иткәйне. Бәйгегә килгән эштәр “Мағаш тауышы”ның интернетта "Бәйләнештә" социаль селтәрендә асылған битендә донъя күрә барҙы.
Электән әүҙем яҙышып килгән авторҙарыбыҙ был саранан да ситтә ҡалманы, йөрәккә үтерлек шиғырҙар, тетрәндергес хикәйә ижад итте. Һәм бына конкурс тамам. Баһалама ағзалары ижади эштәрҙе яңынан ҡат-ҡат күҙҙән үткәрә. Бәлки, шиғырға баһа ҡуйыу килешеп тә етмәйҙер, сөнки бит берәү ҙә, быныһы конкурсҡа, 1-се урын өсөн, быныһы былай ғына, тип ҡулына ҡәләм алып яҙмай шиғырын. Әле лә бына һәр әҫәр йөрәккә үтерлек. Рәмил Ғимрани (Красноусол), Рима Рафиҡова (Юлыҡ), Рәмзиә Монасипова (Красноусол), Фәүзиә Ҡотлогилдина (Родина), Әлфиә Исҡужина (Еҙем-Ҡаран), Лилиә Миниязова (Яугилде), Әлиә Рәхимова (Бәләкәй Үтәш), Минзилә Дауытова (Ғәбитова) (Урта Үтәш), Маһира Юлбарисова, һуғыш осоро балалары – Миңтимер Кәримов (Ерек), Рим Насиров (Ҡауарҙы) шиғырҙары, Хәсән Ҡотовтың (Ҡурғашлы) хикәйәһе шиғриәткә битараф күңелде лә ҡуҙғытып ебәрә. Шиғырҙар бер ҡарағанда үтә ябай кеүек. Әммә ошо ябайлыҡта бөйөклөк бар.
Ғөмүмән, уҡығанда йәшереп кенә күҙ йәшен һөрттөрөр, йә моңландырыр, һағышҡа һалыр, ғорурлыҡ тойғоһо уятыр шиғырҙарға, хикәйәгә, әгәр мөмкин булһа, һәр береһенә 1-се урын бирергә булыр ине. Баһалама ағзалары урындарҙы ошолай бүлергә ҡарар итте: 1-се урын - Хәсән Ҡотов, "Ҡыҙыл һаплы бәке" хикәйәһе; 2-се урын - Рәмзиә Монасипова, "Ҡанлы һуғыш", Лилиә Миниязова, "Атай һағышы" шиғырҙары; 3-сө урын - Рима Рафиҡова, "Һалдаттар булмайҙар билдәһеҙ", Миңтимер Кәримов, "Ҡуҙғалмаһын ҡабат яралар", Фәүзиә Ҡотлогилдина, "Ун һигеҙ йәшлек яугирҙар" шиғырҙары.
Конкурста ҡатнашыусыларға рәхмәт. Ижади уңыштар һеҙгә.

Фәрғәт ҒӘЛИН,
“Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе етәксеһе.

Ҡанлы һуғыш
Ҡанлы һуғыш. Еңеү-еңелеүҙәр,
Ҡайғы-шатлыҡ йөрөй йәнәшә.
Йөрәгемде өтә инәйемдең
Һөйләгәне ҡайнар йәш аша.
Олатайым, батыр олатайым,
Илен һаҡлап китә һуғышҡа.
Тыуған ере өсөн йән аямай,
Ташлана ул утҡа, алышҡа.
Күктән бер туҡтауһыҙ яуа бомба,
Снарядтар янда ярыла.
Ҡалҡан булып күтәрелгән улдар
Көлтә кеүек ауа, ҡырыла.
Атыш, ҡырыш, мәхшәр,
әйтерһең дә,
Күк менән ер, гүйә, тоташа.
"Сигенмәҫкә! Алға!
Артта Мәскәү!
Үлем - илбаҫарға - фашисҡа! "
Миллионлаған яугир
башын һала,
Күптәренең булмай ҡәбере.
Өләсәй ҙә ҡара ҡағыҙ ала:
- " Юғалған, тип, ирең хәбәрһеҙ..."
Йөрәгемде өтә инәйемдең
Һөйләгәне ҡайнар йәш аша:
- Мин дә уҡып кеше булыр инем,
Иҫән ҡайтһа атай һуғыштан.
Арҡаланып атай ҡулдарына
Ҡаршы алыр инем таңымды.
Яланғаслыҡ урап үтер ине
Ҡолонсаҡтай бала сағымды.
Ҡанлы һуғыш. Еңеү - еңелеүҙәр,
Ҡайғы - шатлыҡ йөрөй йәнәшә.
"Шәһит киткәндәрҙе
онотмағыҙ!" -
Тиеп олатайым өндәшә.

Рәмзиә МОНАСИПОВА.
Красноусол ауылы.

Атай һағышы

Өндә түгел, төштә күрҙем уны:
Ҡыр ҡаҙҙары осоп ҡайтҡанын.

Ҡыр ҡаҙҙары түгел, торналар
Йыл да ҡайта Иҙел буйына.
Ҡаңғылдашып тауыш биреүҙәре
Ишетелә көндәр буйына.
Хәтерләтә миңә атайымды
Үҙәк өҙгөс торна тауышы.
Яҙҙар менән бергә торна булып
Осоп ҡайта атай һағышы.
Иҙел буйын ҡуйы томан баҫты,
Томан араһынан шәйләйем:
Күкте ҡаплап оса торналар...
Өнөммө был, төшмө?
Белмәйем.
Төштөләр ҙә ергә, һалдат булып
Теҙелделәр минең алдыма.
Күҙҙәремә ҡарап телгә килде,
Атай-һалдат тора алдымда.
"Балаҡайым! Еңеү көнө етә.
Хәтерләйек,- тине,- дуҫтарҙы.
Еңеү яулап башын һалғандарҙы,
Онотмайыҡ, ҡыҙым, уларҙы.
Минең менән атакаға барып
Ҡапыл ауҙы, киҫкән үләндәй.
Ҡулдарымда
йәнен бирҙе дуҫым,
Тойолмай ҙа миңә үлгәндәй.
Йәнәшәмдә йөрөй яуҙаштарым,
Күпме дошман ҡырҙыҡ аямай.
Аяманыҡ үҙебеҙҙе яуҙа,
Күпме ирҙәр ҡалды ҡайталмай.
Мина шартлауынан яраландым -
Тере ҡалыу мөмкин булманы.
Ҡыҙым, һине күреп һөйөр өсөн
Ҡайтыу миңә насип булманы.”
Йыл да шулай Еңеү көнө етһә,
Төштәремә керә атайым.
Күрмәһәм дә бер ҙә атайымды,
Ҡәҙерләйем, иҫтә һаҡлайым.
Лилиә Миниязова.
Яугилде ауылы.
Ҡуҙғалмаһын ҡабат яралар
Мең туғыҙ йөҙ ҡырҡ биштә -
Майҙың туғыҙынсы көнөндә
Рейхстагҡа Әләм элгән көндө
Онотмайбыҙ әле бөгөн дә.
Егерме миллион ҡорбан биреп
Фашистарҙы еңде илебеҙ.
Һәр бер атҡан таңда еңеү көттөк,
Теләнек беҙ фашист үлемен.
Бомбалары ватты ҡалаларҙы,
Үлтерҙеләр һәр бер баланы.
Мәңге юйып булмаҫ йөрәктәрҙән
Халҡыбыҙҙа ҡалған яраны.
Әсәйҙәр бит көттө атайҙарҙы,
Улар ҡалды һуғыш ҡырында.
Шәһиттәрҙең әммә даны ҡалды,
Улар йәшәй халҡым йырында.
Киләсәктә донъя булһын тыныс,
Ҡуҙғалмаһын ҡабат яралар!
Яңғыҙ-шәхси ҡайғы - ҡайғы түгел,
Ил күрмәһен башҡа ҡазалар!!!

Миңтимер КӘРИМОВ.
Ерек ауылы.

Һалдаттар булмайҙар билдәһеҙ!
Һалдаттар булмай ул билдәһеҙ,
Бары тик юғалғас билдәһеҙ...
Юғалған һалдаттың яҙмышын
Беребеҙ аныҡтан белмәйбеҙ...
Бәлки, ул тотҡонға эләккән,
Ә, бәлки, упҡынға батҡандыр?
Йә иһә урманда аҙашып,
Айыуға-бүрегә ҡапҡандыр...
Йылғаны-диңгеҙҙе кискәндә,
Бәлки, һыуҙарҙан аҡҡандыр...
Таш, ҡом-ҡырсын аҫтында
Мәңгелек йоҡоһон тапҡандыр...
Ә әсәләр көтәләр улдарын,
Керпек тә ҡаҡмайса төндәрен.
Ағыҙып әсе күҙ йәштәрен,
Бешереп көлсә һәм күмәсен.
Һалдаттар булмайҙар
билдәһеҙ...
Билдәһеҙ булһа ла кәүҙәһе.
Рухтары - әсәләр янында,
Билдәле - халҡының аңында.
Үлмәйҙәр һалдаттар бер ҡасан,
Шәһиттәр булып һаналыр.
Йәндәре уларҙың ожмахта,
Мәңге йәш булып ҡалалыр.
Рима РАФИҠОВА.
Юлыҡ ауылы.
Ун һигеҙ йәшлек яугирҙар
Ун һигеҙ йәшлек егеттәр...
Ил саҡырҙы утлы яуға,
Тыуған илде баҫып ингән
Илбаҫарҙарҙы ҡыуырға.
Ун һигеҙ йәшлек яугирҙар,
Бала ғына инегеҙ бит,
Бала ғына көйөгөҙгә
Янған утҡа индегеҙ бит.
Сығарылыш кисәһендә
Аттестаттар алғайнығыҙ.
Бергә уҡыған ҡыҙҙарға
Тәү ҡат ғашиҡ булғайнығыҙ.
Ун һигеҙ йәшлек яугирҙар,
Һөйөп ҡыҙҙар ҡосманығыҙ.
Мөхәббәттең ҡанатында
Күктәрҙә лә османығыҙ...
Атланығыҙ утлы ерҙән,
Ирҙәр менән йәнәш - берҙән.
Яттығыҙ һеҙ окоптарҙа,
Тиңһеҙ алыш, һуғыштарҙа.
Ун һигеҙ йәшлек яугирҙар,
Нисек кенә түҙҙегеҙ һеҙ?!
Ир булып та өлгөрмәйсә
Өҫкә шинель кейҙегеҙ һеҙ...
Ғаилә ҡорор ваҡытта
Ҡулға мылтыҡ тоттоғоҙ һеҙ.
Һирәк кенә бәхетлеләр,
Иҫән йөрөп ҡайттығыҙ һеҙ.
Ун һигеҙ йәшлек яугирҙар,
Үлемдәрҙе һеҙ еңдегеҙ.
Мәңгелеккә мәрмәр ташҡа
Яҙылған исемдәрегеҙ...
Киләсәккә барыр өсөн
Һеҙ яңынан терелдегеҙ.
Ун һигеҙ йәшлек яугирҙар,
Һеҙ бит тере... Һеҙ үлемһеҙ!
Фәүзиә Ҡотлогилдина –АЛТЫНБИКӘ.
Ватан (Родина) ауылы.
Фронт өсөн -
Еңеү өсөн
Ҡара яу булып фашистар
Баҫып инде беҙҙең илгә.
Барса халыҡ ил һаҡларға
Баҫты, терәп иңде-иңгә.
Һуғыш тигән шомло хәбәр
Йөрәктәрҙе ярып үтте.
Ирҙәр ҡулына ҡорал алып,
Дошманға ҡаршы китте.
Ауылдарҙа, ҡалаларҙа
Эш ҡайнаны фронт өсөн.
Йәш үҫмерҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар
Эшләнеләр көнөн-төнөн.
Улар иңенә төштө шул
Барлыҡ булған ауырлыҡ.
Зарланманы, һынманылар,
Шул түгелме батырлыҡ?
Һуғыш ваҡыты балаларын
Урап үтте бала саҡ.
Ул утлы, дәһшәтле йылдар
Мәңге иҫтә ҡаласаҡ.
Рәхмәт һеҙгә, барыһы өсөн,
Ил хәстәре булған иңегеҙҙә.
Ҡулдарымдан килһә,
тик алтындан
Һәйкәл ҡуйыр инем мин һеҙгә!
Әлиә РӘХИМОВА.
Ҡырмыҫҡалы районы, Яңы Ҡыйышҡы ауылы. (Бәләкәй Үтәш ауылыныҡы).
Читайте нас: