-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июль 2020, 13:10

Владимир Путин идеяны хупланы

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2020 йылда социаль өлкәлә яңы дөйөм милли башланғысты тормошҡа ашырыу идеяһын хупланы һәм Стратегик башланғыстар агентлығынан төбәктәрҙәге тормош сифаты рейтингын төҙөгәндә граждандарҙың, айырыуса йәштәрҙең фекерен иҫәпкә алыуҙы һораны.

“Йәштәр белем биреү кимәленә, торлаҡ алыу мөмкинлегенә, ҡала мөхитенең, йәмәғәт киңлектәренең уңайлығына, бизнес менән шөғөлләнеү, ижади һәм технологик башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлегенә баһа бирһен”, – тине ул.
“Стратегик башланғыстар агентлығынан тыш, был эш менән бер кем дә шөғөлләнмәне тиерлек. Әле тормош ысынбарлығына, халыҡтың, иң элек балалы ғаиләләрҙең, өлкәндәрҙең, һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән кешеләрҙең проблемаларына иғтибарҙы йүнәлтергә кәрәк”, – тип өҫтәне Президент.
Фото: prezident.org
Читайте нас в