+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Июль 2020, 13:45

Юғары баһаланылар

“Башҡортостан” милли паркында кисә эко-маршрут һәм яңы инфраструктура объекттарының презентацияһы үтте.“Күп төрлө Күперле” эко-маршруты һәм “45-се квартал” эко-кемпингы һәм “Бейек тау” эко-һуҡмағы “Экология” милли проектының “Биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм экологик туризм үҫеше” федераль проекты сиктәрендә асыла.

“Башҡортостан” милли паркында кисә эко-маршрут һәм яңы инфраструктура объекттарының презентацияһы үтте.
“Күп төрлө Күперле” эко-маршруты һәм “45-се квартал” эко-кемпингы һәм “Бейек тау” эко-һуҡмағы “Экология” милли проектының “Биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм экологик туризм үҫеше” федераль проекты сиктәрендә асыла.
Сара Рәсәй Тәбиғәттән файҙаланыу министрлығының “Маршрут төҙөлдө” акцияһына ҡушылып үтте. Унда РФ Тәбиғи ресурстар һәм экология министры урынбаҫары Елена Панова һәм башҡа ҡунаҡтар булды.
“Башҡортостан” – 2019 йылда тәүгеләрҙән булып инфраструктура үҫешенә федераль аҡса алған илдәге 8 парктың береһе. Бюджеттан бүленгән 12,5 млн һумға паркта һыу маршруттары, эко-һуҡмаҡтар, ял урындары, сантехника һәм гидроизоляция менән бәҙрәфтәр, 30 км ашыу туристик маршрут төҙөү ҡаралған.
Читайте нас: