-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Июль 2020, 12:05

Юлдар торошо ҡаралды

Ошо көндәрҙә республика Хөкүмәтендә дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдарында һәм муниципаль райондарҙағы, ҡала округтарындағы ихата биләмәләрендә соҡорҙарҙы ямау барышында тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса сираттағы аҙналыҡ кәңәшмә уҙҙы. Уны видеоселектор тәртибендә вице-премьер Рәйеф Әбдрәхимов ҡатнашлығында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров үткәрҙе.

Ошо көндәрҙә республика Хөкүмәтендә дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдарында һәм муниципаль райондарҙағы, ҡала округтарындағы ихата биләмәләрендә соҡорҙарҙы ямау барышында тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса сираттағы аҙналыҡ кәңәшмә уҙҙы. Уны видеоселектор тәртибендә вице-премьер Рәйеф Әбдрәхимов ҡатнашлығында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров үткәрҙе.
Дәүләт идараһының һанлы үҫеше министры Геннадий Разумикин хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты менән берлектә юл инфраструктураһы өлкәһендәге эшкә контроль һәм уны планлаштырыу системаһында соҡорҙарҙы һанлаштырыу барышы тикшерелгән. Беренсе вице-премьер Андрей Назаровтың күрһәтмәһе буйынса Иглин, Бүздәк, Дәүләкән, Кушнаренко һәм Яңауыл райондарына сәфәр ойошторолған.

– Тәүге тапҡыр беҙ муниципаль, төбәк һәм төбәк-ара юлдар буйынса бөтә мәғлүмәтте бер системаға йыйып, классификациялап, уларҙың оҙонлоғо һәм үҙенсәлектәре тураһында ентекле күрһәткестәрҙе тупланыҡ, – тине министр.

Геннадий Разумикин муниципалитеттарҙа был эштең сифатлы һәм юғары кимәлдә башҡарылыуын, етди иҫкәрмәләрҙең булмауын билдәләне. Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев әйтеүенсә, 13 июлгә ҡарата республикалағы автомобиль юлдарында 214780 соҡор һанлаштырылған, шуның 189892-һе (88,4 проценты) ямалған.

– Дүрт ҡала округында һәм 12 муниципаль районда эш тулыһынса башҡарылған, – тине ул.
Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Юрий Палтусов ихата биләмәләрендәге соҡорҙарҙы ямау барышы тураһында һөйләне. Ведомство мәғлүмәттәренә ярашлы, әле коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре 22 мең соҡорҙо һанлаштырған, шуның 14 меңен (65 процентын) ремонтлаған. Ихаталарҙы төҙөкләндереү буйынса Өфө ҡалаһы, Ишембай һәм Мәләүез райондары алдынғылар иҫәбендә.

Беренсе вице-премьер Андрей Назаров әйтеүенсә, муниципаль райондар һәм ҡала округтары ихаталарында соҡорҙарҙы ямауҙы республика юлдарындағы кеүек үк ентекле башҡарырға кәрәк.

– Муниципалитеттарҙың эште әүҙемләш­тереүгә ике аҙна ваҡыты бар. Һүлпәнлек күрһәткәндәр менән айырым һөйләшәсәкбеҙ, – тине ул. – Юл халыҡ өсөн һәр саҡ иң мөһим темаларҙың береһе булды, шуға күрә мәсьәләне даими контролдә тотоуҙы һорайым.

Республикала соҡорҙарҙы ямау менән бер рәттән юл япмаларын төҙөкләндереү, күперҙәрҙе рәтләү эше лә алып барыла. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Ишембай юл ремонт-төҙөлөш идаралығы эшселәре Һикәҙе йылғаһы аша һалынған күперҙе ремонтлап, өҫтөнә яңы асфальт ҡатламы түшәне. Был күпер Маҡар тарафтарындағы Күкҡарауыҡ шарлауығын барып күрергә ниәтләгән туристар өсөн дә, төбәк халҡы өсөн дә мөһим объект һанала.
Читайте нас: