-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Июль 2020, 12:45

Башҡортостан йәнә алдынғылар рәтендә

Ошо көндәрҙә Бөтә Рәсәй сүп-сар менән көрәшеүселәр премияһына акцияға йомғаҡ яһалды. Башҡортостан Пермь крайы менән берлектә ҡатнашыусылар һаны буйынса беренсе урынға сыҡты. Ә “Айырым хеҙмәт геройы” номинацияһында Дүртөйлө ҡалаһынан Айгөл Муллағәлиева еңеүсе тип танылды.

Бөтә Рәсәй премияһына 5 июндә башланған акция битараф булмағандарҙың иғтибарын йәлеп итте. Улар бер ай дауамында мөмкинлек булыу менән сүп-сар йыйған: йүгергәндә, эт менән йөрөргә сыҡҡанда, эшкә йәки магазинға китеп барған саҡта.
Ойоштороусылар белдереүенсә, башланғысты Рәсәйҙең 58 төбәгендә йәшәгән 400-ҙән ашыу кеше күтәреп алған. Акцияға артистар, депутаттар, ҡайһы бер төбәктәр етәкселәре, дәүләт хеҙмәткәрҙәре ҡушылған. Иң күп ҡатнашыусылар Башҡортостандан, Пермь крайынан һәм Санкт-Петербургтан булған. 25 көн эсендә 370 мең литр сүп-сар йыйылған.
"Республика кешеләре үҙҙәре өсөн ҡәҙерле урындарҙы тәртипкә килтереү акцияһында әүҙем ҡатнашты. Был - беҙҙең саҡырыуҙы ҡабул итеп, буш ваҡытын изге эшкә бүлгән һәр ҡатнашыусының еңеүе", – тине Башҡортостанда “Таҙа уйындар” проекты координаторы Максим Некрасов.
Бының кеүек акциялар республика кешеләренең тормошо сифатын яҡшыртыу, халыҡтың экологик мәҙәниәтен күтәреү кеүек бурыстарҙы хәл итә, шул уҡ ваҡытта “Экология” милли проектының маҡсаттарына тура килә.
Фото: ecology.bashkortostan.ru
Читайте нас: