+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Июль 2020, 11:25

Өфөлә “Парктағы ҡала” мәғариф семинары үтәсәк

21 июль Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа республиканың муниципалитет вәкилдәре хәҙерге һәм киләсәк төҙөкләндереү проекттары хаҡында һөйләшергә, тәжрибә уртаҡлашырға, ҡала үҫеше өлкәһендәге белгестәрҙең лекцияларын тыңларға йыйыласаҡ.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса үтәсәк "Парктағы ҡала" семинарын Башҡортостан ҡалаларының үҫеш институты һәм Торлаҡ хужалығы министрлығы ойоштора.
Төбәк етәксеһе төҙөкләндереү проектары өҫтөндә эшләгәндә, ҡала мөхитен үҫтереү белгестәренең белемен камиллаштырғанда был эшкә етди ҡарауҙы бер нисә тапҡыр иғтибар үҙәгенә ала.
Башҡортостан республикаһы ҡалаларҙы үҙгәртеп ҡороу, бында сифатлы һәм тотороҡло эш итеү буйынса беренсе урында килә.
Фото: twitter.com
Читайте нас: