-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Июль 2020, 18:40

Гран-при – Алһыуҙа!

11 июль Өфөлә Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 140 йыл тулыу айҡанлы, “Ғафури шиғырҙарын уҡыйбыҙ” тип аталған флешмобтың йомғаҡлау сараһы уҙҙы. Үҙизоляция шарттарында иғлан ителеп, ике ай дауамында барған был флешмоб интернет киңлектәрендә киң популярлыҡ яулап өлгөрҙө.

1 июль Өфөлә Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 140 йыл тулыу айҡанлы, “Ғафури шиғырҙарын уҡыйбыҙ” тип аталған флешмобтың йомғаҡлау сараһы уҙҙы. Үҙизоляция шарттарында иғлан ителеп, ике ай дауамында барған был флешмоб интернет киңлектәрендә киң популярлыҡ яулап өлгөрҙө.
7 йәштән алып 85 йәшкә тиклемге ҡатнашыусыларҙың күбеһе Башҡортостанда йәшәүселәр. Шулай уҡ Ҡытайҙан, Ҡырымдан да видеояҙмалар ебәргәндәр, Санкт-Петербург, Мәскәү, Ҡазан ҡалаларында йәшәүсе яҡташтарыбыҙ ҙа был саранан ситтә ҡалмаған.
Флешмобты йомғаҡлау тантанаһында Гран-при яулаусы Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 4-се класс уҡыусыһы Алһыу Ғәлимова планшет менән бүләкләнде. Һәр эштә лә әүҙем, тырыш, булдыҡлы ҡыҙҙы ҡотлайбыҙ, уҡыуында уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: