-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июль 2020, 13:00

Яңы мәктәп автобустары оҙатылды

Әбйәлил, Бәләбәй, Йәрмәкәй, Учалы райондарында мәктәптәргә яңы автобустар бүленә. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

Әбйәлил, Бәләбәй, Йәрмәкәй, Учалы райондарында мәктәптәргә яңы автобустар бүленә. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.
«Улар барыһы ла ГЛОНАСС/GPS спутник навигацияһы менән йыһазландырылған, бөтәһендә лә – көсәйтелгән йылытыу системаһы. Беҙҙә ҡыш һыуыҡ, балалар өшөмәһен өсөн хәстәрлек күрәбеҙ. Хәүефһеҙлек нормалары талаптарын үтәйбеҙ – уҡыусыларҙы 10 йылдан ашыу файҙаланылған автобустарҙа йөрөтөргә ярамай», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.
2020 йылдың сентябренә тағы 38 автобус һатып алына. Йыл аҙағына тиклем мәктәп автопарктары бөтәһе 44 автобус менән тулыландырыла.
Башҡортостанда йәмғеһе 1442 автобус, уларҙың 42-һен алмаштырырға кәрәк ине.
«Быйыл 2 автобусҡа күберәк һатып алдыҡ. Ошо техника беҙгә проблема артынан проблеманы хәл итергә мөмкинлек бирә. Балаларҙың именлеге, республиканың иң алыҫ ауылдарында йәшәгәндәр өсөн дә мәктәптә белем алыу мөмкинлеге булдырыу, уҡыусылар өсөн уңайлы, ата-әсәләрҙең тыныс булыуы – беҙҙең өсөн бик мөһим», — тип яҙҙы республика башлығы.
Читайте нас в