Аномаль эҫе һауа торошона бәйле Бөрйән районында 4-5-се класлы янғын хәүефһеҙлеге һаҡланып килә. Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 13 июлдән бирле 13 урында дөйөм майҙаны 133,4 гектар урман яна. Уларҙың әлеге мәлдә 97,1 гектарға торошло унауһы һүндерелгән.
Был эштә 86 кеше һәм 26 техника ҡатнашҡан. 18 июлдә иртәнге сәғәт һигеҙгә ҡарай урман фондының 18,3 гектарлыҡ майҙанында бер янғын һүндерелгән. Унда 38 кеше һәм 13 техника ҡатнашҡан. Бар янғындар ҙа ҡаялы урындарҙа булыу сәбәпле, улар янына ҙур махсус техникалар менән үтеүе ҡыйын. Шул сәбәпле янғын һүндереү башлыса көрәк, һиптергестәр, помпалар ярҙамында башҡарыла.
"Рәсәй Урман хужалығы министрлығы бойороғона ярашлы, Бөрйәндең урман биләмәһе янғындарҙы өҫтән күреү һәм ер өҫтөнән һүндереү зонаһына керә, шуның өсөн федераль бюджеттың сығымдары урман янғындарын тик ер өҫтөнән һүндереү төрөнә генә бүленә. Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы, федераль кимәлдә һаҡланған тәбиғи биләмә булараҡ, айырым һаҡ аҫтында. Әлеге мәлдә ундағы янғынды һүндереү өсөн тағы ла Бөрйән районы хакимиәте тарафынан ирекмәндәр командаларынан көстәр йәлеп ителгән. Ҡурсаулыҡ биләмәһендә Башҡортостандың урман хужалығы министрлығының дүрт техникаһы һәм 20 кеше ут менән көрәшә, өҫтәмә рәүештә аҫмалы ут һүндереү ҡорамалдары бүлеп бирелгән", - ти урман хужалығы министры урынбаҫары Азат Әхтәмов.
Бөрйән районындағы ғәҙәттән тыш хәлгә ҡарата Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та яҙма менән уртаҡлашты. "Аномаль эҫе һауа торошо һәм ут менән һаҡһыҙлыҡ сәбәпле Башҡортостанда урман янғындары башланды. Белорет, Бөрйән һәм башҡа райондарҙа урмандар яна. Ауылдар өсөн ҡурҡыныс янамай, әммә ҡайһы бер ерҙәрҙә ут ауыл ситтәренә тиклем килеп еткән. Янғынды һүндереүҙә махсус техника ҡатнаша, ирекмәндәр йәлеп ителгән. Бөрйән районында кисәнән алып ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән, оператив штаб эшләй. Мөмкин булғандың барыһын да эшләйбеҙ. Урманға йөрөмәгеҙ, унда ҡәтғи рәүештә усаҡ яғыу тыйыла. "Тәбиғәтте һаҡлағыҙ!" һүҙҙәре бөгөн ғүмерҙә булмағанса көнүҙәк. Ә мин тағы ла "Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ" тип өҫтәйем", - тип яҙҙы ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Әлеге ваҡытта Бөрйәндә янғын һүндереү өсөн һауа транспорттары йәлеп ителгән. Бөтә республиканан халыҡ теге йәки был сығымдарға, ирекмәндәрҙең хеҙмәте өсөн түләргә аҡса йыя. Урындағы халыҡтың һүҙҙәре буйынса, әсе төтөн район үҙәге Иҫке Собханғолға тиклем барып еткән, тын алыуы ҡыйын. Ҡолғона ауылы менән янғын араһында 500 метр ҡалған.