-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Июль 2020, 15:25

Башҡортостанда бер аҙнала 35 кешенең ғүмере өҙөлгән

Оператив мәғлүмәттәр буйынса, уҙған аҙнала Башҡортостанда һыу объекттарында 35 кеше һәләк булған, уларҙың икәүһе – балалар. Бынан тыш, ҡотҡарыусылар дүрт кешене эҙләй.

Оператив мәғлүмәттәр буйынса, уҙған аҙнала Башҡортостанда һыу объекттарында 35 кеше һәләк булған, уларҙың икәүһе – балалар. Бынан тыш, ҡотҡарыусылар дүрт кешене эҙләй.
Был хаҡта 20 июлдә Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр итте.
«Һыуҙа бәхетһеҙ осраҡтарҙың артыуына ҡаршы көрәш барышында муниципалитеттар, Дәүләт комитеты, Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, эске эштәр органдары менән берлектә һыу объекттарында 3 230 иҫкәртеү рейды һәм патруллек уҙғарылды: 15 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән 3,5 меңгә яҡын ирекмән йәлеп ителде», — тине ведомство етәксеһе.
Уҙған аҙнала йәнә дүрт пляж асылды, тип өҫтәне ул.
«Башҡортостан Республикаһы махсус йыһазландырылған пляждар асыу буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй, икенсе урында – Һарытау өлкәһе. Өсөнсө урын 25 пляж менән Мари Иле Республикаһында һәм Татарстанда», — тип өҫтәне Фәрит Ғүмәров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15 июлдә «Рәсәй» медиаүҙәгендә «Һыуҙа хәүефһеҙлек» темаһына ойошторолған онлайн матбуғат конференцияһында Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов һыуға батҡандарҙың 70 проценттан ашыуы ир-егеттәр булыуын билдәләне.
Фото: Ксения Калинина.
Читайте нас: