+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Июль 2020, 12:25

Ауылдарға ҡурҡыныс янамай.

Урман янғындары менән хәлдәр нисек? Был мәсьәлә даими контролдә. Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов 21 июль 21 сәғәткә булған һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.

Урман янғындары менән хәлдәр нисек? Был мәсьәлә даими контролдә. Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов 21 июль 21 сәғәткә булған һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Көн дауамында алты янғын: Әбйәлил районында – ике, Белорет районында – ике, Мәләүездә бер һәм Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығындағы янғындар һүндерелгән. Әйткәндәй, ҡурсаулыҡтағы ут 21.20 сәғәттә саҡ бөтөрөлгән. Һүндереү стадияһында Белорет районындағы ике һәм Бөрйән районындағы бер янғын бар.
Ауылдарға ҡурҡыныс янамай. 20.30 сәғәткә ҡарата Белорет районындағы янғын урынында яуым-төшөм булмаған, йәнә йәшен фронты үтеп киткән.
Әлеге ваҡытта урман янғындарын һүндереүгә 286 кеше һәм 64 берәмек техника йәлеп ителгән.
Читайте нас: