+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Июль 2020, 16:25

“Башҡортостан йөрәге”нә тауыш бирегеҙ!

Ғафури районы экотуризм буйынса федераль конкурста ҡатнаша. Бөтә Рәсәй конкурсы сайтында илдә туристик-рекреация кластер төҙөү һәм экотуризмды үҫтереүгә арналған иң яҡшы проектҡа тауыш биреү бара.

Ғафури районы экотуризм буйынса федераль конкурста ҡатнаша. Бөтә Рәсәй конкурсы сайтында илдә туристик-рекреация кластер төҙөү һәм экотуризмды үҫтереүгә арналған иң яҡшы проектҡа тауыш биреү бара.
Башҡортостандан конкурсҡа ике эш – “Башҡортостан йөрәге” һәм “Мәғрур Ирәмәл” ингән.
Тауыш биреү өсөн https://priroda.life/geography/ сайтында теркәлергә, “География” бүлегенә керергә, төбәкте һайларға, “Башҡортостан йөрәге”н һайларға һәм “лайыҡ” ҡуйырға кәрәк.
Тауыш биреү 23 июлдә тамамлана. Һөҙөмтәләр 28 июлдә Конкурс комиссияһы ултырышында билдәләнә. Иң күп “лайыҡ” йыйған, әммә тәүге 30 проект иҫәбенә инмәгән 31-се проект конкурстың киләһе этабына үтә һәм башҡа финалсылар менән бер рәттән Акселерация программаһында ҡатнаша.
Читайте нас: