+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Июль 2020, 12:35

Йөҙә белгәндәр күберәк бата

Әле йәйҙең иң матур осоро. Ошо эҫе ҡояш нурҙары иркәләгән, төрлө сағыу сәскәле, емеш-еләкле көндәр һәммәбеҙҙең күңелендә тик яҡшы хәтирәләр генә ҡалдырһын ине. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көн һайын тиерлек йылға-күлдәрҙә батып ғүмере өҙөлгәндәр хаҡында хәбәр ишетәбеҙ.

Белгестәр билдәләүенсә, йыш ҡына йөҙә белгәндәр йылға-күлдәрҙә күберәк бата икән. Быға күптәрҙең үҙ мөмкинлектәрен артыҡ юғары баһалауы сәбәпсе. Тик бына кеше балыҡтай шәп йөҙә белеп тә, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәһә, уның ғүмеренә хәүеф янауы ихтимал. Ошо хаҡта күптәр онота шул. Шуға түбәндәге ябай ғына ҡағиҙәләрҙе инҡар итмәүегеҙҙе һорайбыҙ:
  • Таныш булмаған, тыйылған урындарҙа һыу инмәгеҙ һәм, әлбиттә, суммағыҙ. Юғиһә хәүеф-хәтәрҙең теркәлеүе ихтимал;
  • Алкоголле эсемлек эскән килеш йылға-күлдә йөҙөү ҡәтғи тыйыла;
  • Балаларҙы йылға-күл буйҙарында ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;
  • Һыу ингән кешеләр эргәһенә кәмә, һыу мотоциклы кеүек һыу транспортында яҡын килмәгеҙ;
  • Кәмәнән, катерҙан, ярҙан йылға-күлгә һикереүҙең дә фажиғәгә килтереүе ихтимал;
  • Йылға-күлдең тәрәнлеген белмәйенсә сумыу ғүмер өсөн хәүефле;
  • Йөҙгәндә йәки йылға-күлдәге уйындар ваҡытында бер-береңдең ҡулынан йәки аяғынан тоторға ярамай;
  • Һыу инеү ҡағиҙәләрен инҡар итеүҙең фажиғәгә килтереүе ихтимал. Һәр кемдең хәүефһеҙлеге уның үҙенә бәйле икәнлеге хаҡында онотмаһаҡ ине.
    Читайте нас: