Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығында 15 июлдә сыҡҡан янғынды кисә һүндереп бөтөүгә өлгәштеләр. Бөгөн Бөрйән районында ямғыр яуа башланы, был иһә уттың артабан яныуын туҡтатасаҡ.
Ҡурсаулыҡ директоры вазифаһын башҡарыусы Илнар Вәлиев белдереүенсә, уттан бөтәһе ике мең гектар майҙанда урман зыян күргән. Әле Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы менән ҡурсаулыҡтағы артабанғы эшмәкәрлек буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла. Ҡурсаулыҡта һулыуҙан ҡалған ағастарҙы ҡотҡарып алып ҡалыу маҡсатында урман белгестәре эшләй. Ошондай ҙур янғындар һөҙөмтәһендә урмандарҙа ҡабыҡ ҡуңыҙы, ебәк күбәләктәр һәм башҡа ҡоротҡостар һаны арта.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 21 июлгә ҡарата Бөрйән, Белорет, Әбйәлил райондарында һигеҙ урында тәбиғәт янғындары теркәлгән. Уларҙың алтауһы кискә туҡтатылған, әле икәүһе Белорет районында дауам итә. Синоптиктар вәғәҙә иткән ҡойма ямғырҙар ут сығанаҡтарын тулыһынса һүндереүҙә ярҙам итер тип ышанғы килә.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.