+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Июль 2020, 16:30

Планшеттар башҡортса һөйләшә

Ошо көндәрҙә район мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Солтанморатов Сибай ҡалаһы ҡунаҡтарын ҡабул итте. Улар районыбыҙҙың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына үҙенсәлекле бүләктәр – башҡортса һөйләшкән 26 планшет һәм шунса уҡ смартфон, 8-әр дана шундай уҡ татар телендәге гаджеттар тапшырҙы.

Ошо көндәрҙә район мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Солтанморатов Сибай ҡалаһы ҡунаҡтарын ҡабул итте. Улар районыбыҙҙың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына
үҙенсәлекле бүләктәр – башҡортса һөйләшкән 26 планшет һәм шунса уҡ смартфон, 8-әр дана шундай уҡ татар телендәге гаджеттар тапшырҙы.
-Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙға замана балаларының смартфон һәм планшетты өлкәндәрҙән ҡайтыш белмәүе, шулай уҡ оҫта эш итеүе мәғлүм, - тине үҙенсәлекле бүләктәрҙе тапшырып, “БашТой” ЯСЙ-е компанияһы етәксеһе Фәнзил Әҙелбаев. – Ошоно һәм әсә теленә һөйөү сабый саҡтан һалыныуын иҫәпкә алып, беҙ башҡорт телен артабан да үҫтереүҙе, уның ҡулланыу даирәһен киңәйтеүҙе, һәр баланың үҙ телен белеп, һөйөп үҫеүе өсөн заманса мөмкинлектәр булдырыуҙы маҡсат итеп алдыҡ. 2018 йылда башҡортса һөйләшкән планшет һәм смартфондар сығарырға хыялландыҡ, әммә ул йылда беҙ үҙебеҙҙең теләккә өлгәшә алманыҡ.
Республика етәкселеге алмашынып, Радий Фәрит улы Хәбировтың командаһы килеү менән власть тарафынан маҡсатыбыҙға хуплау алып, грант оттоҡ һәм уйыбыҙҙы тормошҡа ашырҙыҡ. Форсаттан файҙаланып, башланғысыбыҙҙы хуплап, ярҙамы өсөн республика Башлығына рәхмәтлебеҙ. Әлеге мәлдә халыҡ-ара кимәлдәге билдәле компания менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ, - ти Фәнзил Кәрим улы.
Шуны билдәләргә кәрәк, “БашТой” компанияһының “Маҡсат” йәштәр ойошмаһы менән берлектәге был проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығының дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған.
Бөгөн Санкт-Петербургта хәүефһеҙлек сертификатына эйә булған бындай файҙалы уйынсыҡтар уларҙы етештереүселәр тарафынан Сибай, Нефтекама ҡалалары, Баймаҡ, Әбйәлил райондары балалар баҡсаларына бүләк итеп тапшырылған да инде. Ә тиҙҙән улар магазин кәштәләренә лә һатыуға сығарыласаҡ.
- Балалар өсөн файҙалы һәм үҙенсәлекле бүләктәр өсөн ҙур рәхмәт, - тине мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Ғәбдрәшит улы, балалар гаджеттары менән танышып. – Бындай планшет һәм смартфондар сабыйҙарға алфавитты белергә лә, төҫтәрҙе айырырға ла, өндәр дөрөҫлөгө, туған телдә дөрөҫ, грамоталы һөйләшергә ярҙам итәсәк. Ә һеҙҙең үҙегеҙгә барлыҡ башланғыстарығыҙҙа уңыштар теләйем, - тине ул.
Уникаль өйрәтеүсе гаджеттар районыбыҙ балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәренең күңеленә хуш килер.

Читайте нас: