+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Июль 2020, 16:45

Тәжрибәле һатыусы - ярты уңыш

Халыҡтың көнитмешен сауҙанан тыш күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Сауҙа тармағы элек-электән кешеләр мәнфәғәтенә эшләгән, уларҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндергән. Ул бөгөн дә мөһим һәм кәрәкле өлкә. Һуңғы осорҙа районыбыҙ ауылдарында сауҙа нөктәләренең арта барыуы ҡыуаныслы хәл.

Халыҡтың көнитмешен сауҙанан тыш күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Сауҙа тармағы элек-электән кешеләр мәнфәғәтенә эшләгән, уларҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндергән. Ул бөгөн дә мөһим һәм кәрәкле өлкә. Һуңғы осорҙа районыбыҙ ауылдарында сауҙа нөктәләренең арта барыуы ҡыуаныслы хәл.
Яңғыҙҡайын ауылында ла бер нисә сауҙа нөктәһе бар. Ғәле Заһретдин улы Фәйезовтың шәхси “Сулпан” (“Ғ.З.Фәйезов” ЯСЙ-е) магазин-икмәкхана эшләп килә. Ауыл халҡы был сауҙа нөктәһен үҙ иткән, унан кеше өҙөлмәй. Ассортименттары ла бик бай, кәштәләрҙә көндәлек кәрәк-яраҡтан, аҙыҡ-түлектән башлап кешеләрҙең ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерҙәй зауыҡлы һәм ҡиммәтле тауарҙар ҙа урын алған. Хатта үҙ икмәкханаһында етештерелгән икмәк-ҡалас, туҡмас изделиелары, бәлештәр ҙә һатыуға сығарыла. Бында дүрт һатыусы сменалап халыҡҡа сауҙа хеҙмәте күрһәтә. Һатыусыларҙың береһе – 34 йыл ғүмерен сауҙа өлкәһенә бағышлап, яратып һайлаған һөнәренә тоғро ҡалған Әлфиә Зөфәр ҡыҙы Вәлишина хаҡында һүҙебеҙ.
Яңғыҙҡайын ауылы ҡыҙы Әлфиә мәктәпте тамамлағас, Салауат ҡалаһында ҡатын-ҡыҙ өсөн бик тә кәрәкле тегенсе һөнәрен үҙләштерә. Артабан Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 134-се һанлы училищела һатыусылыҡҡа уҡый. СК заводы буфетында хеҙмәт юлын башлай. Ғаиләле булғас, тыуған ауылына әйләнеп ҡайтып, бында төпләнәләр. Һәр ҡайҙа, һәр ваҡыт ҙур һорау менән файҙаланылған һатыусы һөнәрен үҙләштереүе ауылда бик уңай була. “Красноусол” ҡулланыусылар йәмғиәтенең (сельпо) ауылдағы магазины һатыусыһы булып эш башлап, предприятие юҡҡа сыҡҡас, “Ғ.З.Фәйезов” шәхси сауҙа нөктәһенә эшкә килеүенә лә биш йыл ваҡыт үткән. Хәҙер иһә Әлфиә Зөфәр ҡыҙын бай тәжрибәгә эйә, оҫта һатыусы тип белә ауылдаштары.
-Эшемде яратып башҡарам. Элек һатыусы булып эш башлаған саҡтарымды һағынам, уңайлы шарттар бигүк юҡ, ә табиптар кеүек ап-аҡ халаттарҙа эшләүе бик тә күңелле ине. Бөгөн иһә хужалар (ирле-ҡатынлы Ғәле Заһретдин улы менән Фәнүзә Әхәт ҡыҙы) бар уңайлыҡтар булдырған, рәсми рәүештә эшкә ҡабул итәләр, рәхәтләнеп эшлә лә эшлә генә, бының өсөн уларға рәхмәтлебеҙ, - ти Әлфиә ҡәнәғәт йылмайып.
Әлфиә Зөфәр ҡыҙы үҙ эшенең оҫтаһы ғына түгел, тормошонда ла бөтмөр, уңған, алсаҡ хужабикә. Берҙән-бер улы Русланды тәрбиәләп үҫтергән, уға һәм килене Алия, ейәнсәре Азалияға яратҡан әсәй, өләсәй ҙә. Бөгөн төп нигеҙ – атай йортонда өс быуын: әсәһе – оло терәге-ярҙамсыһы 84 йәшлек Тәнзилә Рәшит ҡыҙы (үгәй әсәһе булһа ла, үҙ әсәһеләй күреп, "әни" тип үҫкән) һәм балалары менән татыулыҡта, бер-береһенә матур мөғәмәлә, ихтирам-хөрмәт күрһәтеп, изгелек-игелек орлоҡтары сәсеп йәшәйҙәр. Улы Яңғыҙҡайын мәктәбендә урта белем алғандан һуң, Ишембай нефть колледжын ҡыҙыл дипломға, Өфө авиация-техник университетын ситтән тороп тамамлап, бөгөн Себер тарафтарында “Роснефть” компанияһында мастер булып эшләй. Стәрлетамаҡта ике бүлмәле фатирҙары бар. Тырыш егет һәр йәһәттән әсәһенең уң ҡулы – терәге-таянысы.
Сауҙа юлын һайлағандар өсөн тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ ҡына етмәй, сабырлыҡ, түҙемлек тә кәрәк. Ә барыһынан элек кешеләр менән аралаша белеү, ихлас хеҙмәтләндереү, намыҫлылыҡ, улар мәнфәғәтендә эшләргә әҙер булыу мөһим. Был сифаттар тап Әлфиә Вәлишинаға хас.
Халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып эшләгән Фәйезовтарҙы, Әлфиә Вәлишинаны һәм уның хеҙмәттәштәрен Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө менән тәбрикләп, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.

Читайте нас: