-5 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Июль 2020, 12:50

Станция төҙөлөшө башланды

Былтыр илебеҙҙә юғары технологиялар ҡулланып эшләүсе “Солар Системс” компанияһы Яңғыҙҡайын ауы-лында ҡояш электр станцияһы төҙөү буйынса үҙ инвест-проектын тәҡдим итеп, йәмәғәт фекер алышыуы үткәйне. Ниһайәт, проект халыҡ тарафынан яҡлау тапты һәм быйыл ауыл янында был ҙур күләмле объект төҙөлөшө башланды. “Солар Системс” компанияһы 2017-2022 йылдарҙа Рәсәйҙең биш төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда 26 ҡояш станцияһы төҙөп, файҙаланыуға тапшырыуҙы планлаштыра.

Беҙ ҙә был төҙөлөш объекты менән танышып ҡайттыҡ. Яңғыҙҡайын ауылынан йыраҡ түгел урында 30 гектар майҙанды биләгән был ҡояш электр станцияһы төҙөлөшөндә “Санлайт Энерджи” ЯСЙ-е проекты буйынса подрядсы ойошмалар төҙөүселәре эшләй. Был предприятие “Солар Сис-темс” ЯСЙ-е идарасы компанияһы структураһына инә һәм ҡояш электр станцияһы төҙөлөшө заказсыһы булып тора.
Эш барышы менән беҙҙе прораб Марат Фәйзуллин таныштырҙы. Уның билдәләүенсә, илдә барған коронавирус менән бәйле хәл төҙөлөштө тулы көсөнә башҡарырға мөмкинлек бирмәгән. Өҫтәүенә, һауа торошоноң боҙолоуы ла эшкә тотҡарлыҡ яһай. Беҙ объектта булған көндө өҫтән ямғыр яуып тороуға ҡарамаҫтан, буласаҡ ҡояш электр станцияһына илткән Яңғыҙҡайын ауылындағы Баҡыев һәм Писяев урамдары юлдарын күтәртеп, төҙөкләндереү эштәре ҡыҙыу төҫ алған. 690 метр арауыҡтағы юлда бульдозерҙар, экскаваторҙар һәм башҡа юл техникаһы эш менән мәшғүл. Ваҡланған таш тейәлгән “КамАЗ” автомашиналары бер-бер артлы йөктәрен бушатып, китеп тора. Бер үк ваҡытта объект янында материалдарҙы һаҡлау өсөн склад төҙөлөшө лә алып барыла.
-Дөйөм алғанда, ҡояш электр станцияһы ҙур, иркен майҙан рәүешендә булып, нигеҙҙә төп өлөштә ҡояш панелдәре һәм блоклы-модулле инвертор ҡулайламалар (БМИУ) урын аласаҡ. Ул ҡояш электр станцияһын даими электр алмаш тогына үҙгәртеү юлы менән энергия системаһына туплауға тәғәйенләнгән, шулай уҡ энергия системаһы узелдарының тотороҡлолоғон яҡшыртыуға, көсөргәнеште, йышлыҡты һәм башҡаларҙы көйләүгә булышлыҡ итә, - тип аңлатма бирҙе прораб. – Был ҡояш электр станцияһын төҙөп бөтһәк, ул 15 мегаватт ҡеүәткә эйә булып, 1000 тирәһе йорттоң электр энергияһына ихтыяжын тәьмин итәсәк. Тиҙҙән модулдәрҙе ҡороу, йыйыу һәм монтажлау эштәре башланасаҡ. Уларға Түбәнге Новгород һәм Һамар ҡалаларынан белгестәр бригадалары йәлеп ителәсәк.
Ҡояш электр станцияһы төҙөлөп бөтөп, файҙаланыуға тапшырылғас, уны үҙ эшселәре хеҙмәтләндерәсәк. Бында инженер, мастерҙар, һаҡ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡаларҙан 15-20-ләп эш урыны булдырыласаҡ. Районда был уғата ҙур инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙа район хакимиәтенең тос ярҙам күрһәтеүен билдәләп үтергә кәрәк.

Читайте нас: