+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Август 2020, 18:35

Өс ҡотло ҡыҙы

Мәғәсүм менән Миниямалдың өс ҡыҙы ла яҡында ғына башлы-күҙле булып тормош ҡорҙолар. Ҡәһәрле һуғыш ваҡытында аслыҡҡа ҡырҡылып, михнәт менән үҫкән ҡыҙҙарын бигерәк тә йәлләй аталары. Үҙҙәре береһе ут, икенсеһе һыу булып, яратып-һөйөлөп йәшәгәс, ҡыҙҙарына бәхет кенә теләйҙәр улар. Шуның өсөн дә тәүге кейәүҙәре менән килешә алмағас, булмаҫтайға таянма, тип ҡыҙҙарын үҙҙәре үк барып алдылар. -Ҡыҙҙарыбыҙ бигерәк һылыу, бер ниндәй эштән дә ҡурҡмайҙар, табырҙар тиңдәрен, аҫыл һөйәк хур булмаҫ, тип тынысландырҙы әбейен зирәк аҡыллы, баҫалҡы Мәғәсүм ҡарт. Хоҙайға рәхмәт, ҡыҙҙары хәҙер бына тигән итеп йәшәп яталар.

Мәғәсүм менән Миниямалдың өс ҡыҙы ла яҡында ғына башлы-күҙле булып тормош ҡорҙолар. Ҡәһәрле һуғыш ваҡытында аслыҡҡа ҡырҡылып, михнәт менән үҫкән ҡыҙҙарын бигерәк тә йәлләй аталары. Үҙҙәре береһе ут, икенсеһе һыу булып, яратып-һөйөлөп йәшәгәс, ҡыҙҙарына бәхет кенә теләйҙәр улар. Шуның өсөн дә тәүге кейәүҙәре менән килешә алмағас, булмаҫтайға таянма, тип ҡыҙҙарын үҙҙәре үк барып алдылар. -Ҡыҙҙарыбыҙ бигерәк һылыу, бер ниндәй эштән дә ҡурҡмайҙар, табырҙар тиңдәрен, аҫыл һөйәк хур булмаҫ, тип тынысландырҙы әбейен зирәк аҡыллы, баҫалҡы Мәғәсүм ҡарт. Хоҙайға рәхмәт, ҡыҙҙары хәҙер бына тигән итеп йәшәп яталар.
Иң оло ҡыҙы Миңлегөлө Кашбулла кейәүе менән Ябалаҡ ауылында ун балаһы менән гөрләтеп донъя көтә. Тирә яҡта улар һымаҡ хәлле, бай ғаилә юҡ. Ҡышын ҡарҙа ҡаҙан ҡайнатыр ҡыҙы менән уттай тырыш кейәүе әллә күпме мал аҫырайҙар, бихисап бал ҡорто умарталарын тоталар. Йомарт ҡыҙы бал айыртҡан һайын бөтә урамды ҡабарып бешкән әпәйе, тәмле балы менән һыйлай. Ауылда иң беренселәрҙән булып ҙур итеп күркәм өй һалып инделәр. Сәмсел, ғорур оло ҡыҙын айырыуса ярата ул, өй ҡорған уңыр, өйһөҙ кеше туңыр, тип яңы өйөн дә һалышып бирҙе оҫта атай. Зәкирәһе тыуған ауылында ҡалды, инде ете балаға әсәй булды. Ярты ғүмерен медпунктта еңел булмаған эшендә эшләп, күпме ауырыуҙарға тел ярҙамы-ҡул ярҙамы менән хөрмәт, абруй ҡаҙанды уңған ҡыҙы. Шәкүр кейәүе көнө-төнө колхоз эшендә, алдынғы тракторист, шуға бөтә йорт эштәрен дә үҙе башҡарҙы. Улары ла яңы өй бөтөрҙө. Гөлбикәһе Фәрит кейәүе менән Үтәштә йәшәй, балалары алтау булып китте. Бер ҡылды ҡырҡҡа ярыр ҡыҙы бик йүнсел дә, аҡыллы уҫал да, донъяһын да төрлө яҡлап үҙе алып бара. Оло улы Радигын үҙҙәре ҡарарға булды, ейәне менән күңеллерәк тә, ярҙам да итер ҡарттарға. Шулайтып, һил генә йәшәп ятҡанда Миңлегөлө үҙәк өҙгөс ҡайғыларға һалып китте бит. Ун балаһы етем ҡалды, нур сәсеп торған донъяларының ҡото, бәрәкәте китте. Ҡыҙы китеү менән ауылдың да йөҙө төҫһөҙләнде. Бөтә ауылдың яратҡан мул ҡуллы килене, иҫ киткес егәрле еңгәләре Миңлегөл - ауылдың йөҙөк ҡашы булған, ауылды гөлт итеп тотҡан икән...
- Бала ҡайғылары бирмәһен береһенә лә, тип был оло юғалтыуҙы бик ауыр кисерҙе атай-әсә. - Етем илаһа - ер-һыу илар, тип йөрәктәре әрнене, түгелеп илаған ейәндәренә ҡарап. Ҡыҙын оҙатҡан саҡта, май айы булыуға ҡарамаҫтан, көн һалҡынса, әсе ел иҫә ине. Аҙаҡтан ямғыр яуа башланы. Тәбиғәт тә, нимә булғанын аңлай алмай, балалары менән шулай бергә ҡуша өшөнө, һулҡылдап-һулҡылдап иланы... Йылдар уҙҙы. Нисәмә йылдар йәтимһерәп ултырған Миңлегөлө менән Кашбулла кейәүенең нигеҙен көслө рухлы Гөлназы ҡайтып туғандары ярҙамында тергеҙҙе. Нигеҙ ҡото булырҙай бәһлеүән кеүек ике ағаһын юғалтҡас, үҙ иңенә алды ул шул бурысты. Гөлбикәләре бер-бер артлы өрлөк кеүек ике улын юғалтһа ла һынманы-һығылманы, тырышып- тырмашып донъяһын көттө, ейәндәрен үҫтерҙе. Атаһын да, ирен дә һуңғы көнөнәсә үҙе тәрбиәләп ҡуйҙы. Ауылдың көслө рухлы хөрмәтле ил инәһе булып йәшәне ул. Меңйәшәр имән һымаҡ балаларын, ейәндәрен, туғандарын эргәһенә йыйҙы ул. Шул имән кеүек ҡапыл ауып та китте инде үҙе. Мәрхүмәне күмгән көндө иртәнән быҫҡаҡлап ямғыр яуа башланы, ҡуйған ваҡытта ғына ҡапыл күк көмбәҙе асылып, ҡояш сыҡты, шунан аҙаҡ бөтә донъяны ҡаплап биҙрәләп ҡоя башланы. - Шулай ҙа изге, яҡшы күңелле кеше булды, ауылдың ҡото ине Гөлбикә апай. Ихтибар итегеҙ әле: ер-күк тоташып илап уны баҡыйлыҡка оҙата. Бындай күренеште бығаса минең күргәнем булманы, - тине Илфат мулла. Зәкирәһе Шәкүре менән оҙон ғүмерле булып, балаларының изгелеген күреп, рәхмәтен ишетеп тиң йәшәнеләр. Сабыр иткән - мораҙына еткән, ти ине ул әлеге рәхәт тормошонан риза булып. Шаян һүҙле, гел көлөп торған, мах бирмәҫ көслө рухлы Зәкирәләре үҙенең һуңғы туйын бик оҙаҡ көтөп алды. Тирәктәй улы менән ғүмер иткән бабайының үлемен сабыр үткәрергә тырышты ул. Беҙҙең нәҫел ҡалын ул тип, бөтә балаларына, туған-тыумасаға, күршеләренә, ауылдаштарына, килгән-киткән ҡунаҡтарға йөрәк йылыһын, наҙын, һөйөүен биреп ҡалырға теләгәндәй, йылмайып-көлөп йәшәне. Шуға ла тәбиғәт уны оҙатҡанда ҡояшлы, йылы көнөн бирҙе лә инде. Ауылдың ҡотон - нурлы аҡ әбейен оҙатырға бөтә ауыл халҡы килгәйне. Яратҡан Зәкирә әсәйҙәрен бөтә ейәндәре, туғандары, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары ҡәҙерләп - хөрмәтләп оҙаттылар. Бөтә ҡыҙҙарын үҙ янына йыйып алғас, йәне тынысланды Мәғәсүм ҡарттың: фанилыҡ- бер генә миҙгел, баҡыйлыҡ - мәңгелек донъя бит. Тамыры ныҡ ағас оҙаҡ йәшәр: нәҫел ҡотон, нигеҙ ҡотон, ил ҡотон һаҡларҙай, дауам итерҙәй ейәндәре-бүләләре алмашҡа үҫә, Аллаға мең шөкөр...
Гөлназ Нафиҡова (Ғәбитова), Башҡортостандың мәғариф отличнигы, Урта Үтәш ауылы.
Читайте нас: