Бөгөн Нурзида көнө буйы үҙенә урын табалмай болоҡһоп тик йөрөнө. Иртән иртүк һеңлеһе Наҙгөл шылтыратҡайны: Фаил ағайым больницала, йөрәгенә тағын приступ булды, хәле киҫкен. - Ярар, берәй аҙнанан ҡайтып килер инде, бер аҙ яҙғы эштәренең осона сыҡһын әле. Кисен баҡсаһынан ҡайтып, арлы- бирле итеп, урынына ғына барып ятҡайны, иҙерәптереп йоҡлап та киткән...-Яҙғы йылы көндә ике йәш үҫмер: Нурзида менән Фаил ауыл осондағы Боралҡы күле буйынан йүгерә - атлай ҡайҙалыр ашығып китеп баралар. Ҡапыл һалҡынса ел сыҡты. Еңелсә генә кейенгән балалар ҡурышып өй яғына ҡарап алдылар. - Әллә ҡайтайыҡмы, туғаным? - Ҡалтырата бит. Нурзида, ҡустыһын елдән ышыҡларға тырышып, алдан атланы. - Балалар! Мин бында! Шул саҡ улар атайҙарының тауышын ишетеп, аптырашып, тирә-яҡҡа ҡаранылар. Күлдең аръяғында, нишләптер бер ҡат ап - аҡ күлдәк-ыштанда ғына йөрөгән атайҙары һөрәнләп, ҡул болғай - болғай, үҙе янына саҡыра башланы. -Мин бында, килегеҙ эргәмә!
Күлде урап сыҡһалар бик оҙаҡ, байтаҡ атларға кәрәк. Үҫмерҙәр бер-береһенә ҡарашып, уйланып торҙо. Әсе ел үҙәккә үтеп иҫә башланы. Өшөттөрә. Атайҙы ла тыңларға кәрәк. Шул ваҡыт әллә ҡайҙан барлыҡҡа килгән, ике-өс таҡтанан ғына эшләнгән һалға Фаил һикереп барып баҫты ла, бер оҙон ғына һайғау менән шәп итеп этенеп китте лә барҙы.- Апай, һин бар ҡайт! - Фаил, борол! Әйҙә ҡайтайыҡ! Фаил! Ләкин ул башҡаса боролоп ҡараманы, бер нисә ынтылыуҙа күлдең икенсе ярына барып та сыҡты. Уны ғына көтөп торған атаһына эйәреп зыярат яғына киттеләр ҙә барҙылар. Нурзида көсһөҙлөктән, ишшү бер үҙен торғоҙоп ҡалдырғандарына ғәрләнеп, һулҡылдап илай башланы. - Иламайым, барыбер иламайым, - тип ҡулдарын йоҙроҡлап йомарлап, тырнаҡтарын батырып, тешләнде.-Уф, был усы ниңә шул тиклем ауырта, уңайһыҙ яттымы икән ни? Нурзида һикереп торҙо ла утты ҡабыҙҙы.Бәй, бармаҡтары араһынан ҡан һарҡый, күҙҙәре лә еүеш. Шунда әле күргән төшө ҡылт итеп иҫенә төштө. Фаил... Туғаны уны көтә.... Ҡайтырға кәрәк. Күптән мәрхүм булған атайым уны алып китте. Ул сәғәткә күҙ һалды: бер сәғәт тә йоҡламаған икән. Шунан йүгереп барып, телефондан тимер юл вокзалына шылтыратып, ике сәғәттән ҡуҙғала торған поезға билет белеште. Әле генә йоҡлап киткән ирен уятып, хәлде аңлатты ла, уның оҙатып ҡуям тигәненә лә ҡаршы килеп, такси саҡыртып сыҡты ла китте. - Ярар, бөтә мәшәҡәт үҙегеҙгә ҡала инде, иҫән генә тороғоҙ.Тәүлектән артыҡ вагонда тыҡылдап барғанда, бөтә бала сағын, үҫмер йылдарын иҫкә төшөрөп, йылмайып та, иламһырап та уйланып барҙы. Йәш аралары йыл ярым ғына булған апай менән ҡусты гел бергә булды: өйҙә лә, мәктәптә лә, кис урам буйында ла. Йәйге муллыҡта урманға муйыл-баланға, селләлә бесәнгә, август кистәрендә ырҙынға эшкә, ҡышын клубҡа концерт ҡуйырға ла һәр ваҡыт бергә йөрөнөләр. Шул йылдарҙың кумиры Фидан Ғафаров һымаҡ моңло йырлаған, һүҙгә маһир, "ҡойоп ҡуйған әртис" ҡустыһы бөтә киске уйындарҙың уртаһында, ҡунаҡ - байрамдарҙың күрке, зауыҡлы ир уҙаманы ине. Төрлө-төрлө үҙешмәкәр конкурстарҙа тәүге урындар биләгән егетте Өфө артистары күпме уҡырға саҡырһа ла, туған йәнле Фаил, әсәйһеҙ ҡалған һеңлеләрен уйлап, ауылда ҡалды. Төҫ тиһәң - төҫ, буй тиһәң - буй, егәрле, сая, шаян һүҙле егет заманында тирә -яҡ ауыл ҡыҙҙарының йөрәген әҙ яндырманы инде.Һеңлеләрен башлы-күҙле иткәс генә үҙе өйләнде, теше - тырнағы менән тырышып - тырмашып гөрләп торған донъя ҡорҙо, бер кемдә булмағанда еңел машина ла алып ебәрҙе ул. Итәғәтле, яратҡан атай ҙа: бик матур, тәртипле ике ҡыҙы үҫеп килә хәҙер. Хәтирәләргә бирелеп ята торғас, Нурзида туғанының бәләкәй сағында сәсрәп ауырып киткән ваҡытын иҫенә төшөрҙө. Ике үпкәһен дә шештереп, тын да ала алмай ауырып ятҡан, юғары температуранан иҫһеҙ булған ҡустыһын ата-әсәһе район үҙәгендәге больницаға алып барғайны. -Кеше булмай был, һуң килтергәнһегеҙ, тип кире ҡайтарып ебәргәндәр табиптар. Әсәһе илай-илай йәсин сығырға тип, ауылдың күпме балаға кендек инәһе булған, ҡөрьәнде яттан уҡый белгән әбейҙе алып килде. - Эй, Аллам, был нурлы улымды үҙем яҡты донъяға ҡабул иттем бит, хәҙер ни йөрәгем менән йәсин сығып ултырайым?! Йәлләп, ирекһеҙҙән күҙҙәре йәшләнде.-Килен, әгәр риза булһаң, мин өшкөрөп ҡарайым әле, ҡасандыр өләсәйем өйрәткәнде эшләрмен, белгәндәремде уҡырмын, тыным ғына килешһен. Шунан Фәйрүзә әбей тәһәрәтләнеп кереп, Аллаһы Тәғәләнән рөхсәт һорап, ниәт намаҙын уҡыны, түш кеҫәһенән гел үҙе менән йөрөткән өшкөрөлгән тоҙло бәләкәй генә моҡсайын сығарып һалды. - Килен, оҙон ғына ҡыҙыл туҡыма, таҙа ҡойо һыуы, ҡаҙ майы, һары май, һөт әҙерлә. Бисмилләһир-рахманир-рахим тип, ул аңын юғалтып, ҡып-ҡыҙыл булып янып ятҡан Фаилдың өҫтөнә ҡыҙыл сепрәк ябып уҡый башланы. Ҡара тиргә батты әбей, хәле бөттө, ләкин уҡыуын дауам итте. Уҡый-уҡый ҙа, ауыҙына һыу уртлап, баланың өҫтөнә бөркөп ебәрә. Бик оҙаҡ итеп өшкөрөп сепрәкте алғайны, Фаил үҙ ҡиәфәтенә ҡайтып, тыныс ҡына тын алып йоҡлап ята ине. - Мейесеңә ташлай һал был сепрәкте, килен. Янһын. Китһен ауырыуы. Аҙаҡ ҡаҙ майын усына алып доғаларын уҡый- уҡый Фаилдың түшен, арҡаһын майлап, юрғанға төрөп һалып ҡуйҙы. -Бер нәмә лә белмәй йоҡлап ятҡан малай ҡапыл күҙҙәрен асты ла эргәһендә ултырған әсәһенә, күрше әбейгә ҡарап аптырап ҡараны. -Һыу, - тине шыбырҙап ҡына.-Собханалла! Күҙен асты балаҡайым. Әбей йылы таҙа ҡойо һыуына бер семтем өшкөрөлгән тоҙон һалып, өс йотом ғына йотторҙо. -Иншаллаһ, үпкәһендәге шеше һытылды... -Килен, һөт ҡайнат. Хәҙер, улым, шифалы һөт эсерһең, тип өшкөрә-өшкөрә ҡайнар һөткә һары май һалып, бер көрөшкәне яйлап ҡына эсереп бөтөрҙө. -Килен, таңға тиклем шулай йылы һыу менән һөттө алмаш-тилмәш биреп тороғоҙ. Ошо төндө имен- аман үткәрһә, ҡырҡ йылдан да кәм йәшәмәҫ, оҙон ғүмерле булыр, Алла бирһә. Кендек инәһенең өшкөрөүе килеште, иҫән ҡалды туғаны. Был ваҡиғанан һуң ҡырҡ йылдан артыҡ ғүмер үтеп киткән икән, тик үлем менән көрәшеүе ҡустыһының йөрәгенә бәреп ҡалған булған шул. Фаилдың бер түгел, ике операция үткәреп һаман көслө рухлы, ҡаҡшамаҫ ихтыярлы булып бирешмәүен, дәртләнеп донъя көтөүен, үҙешмәкәр халыҡ театрында гөрләп уйнап йөрөүен уйлай-уйлай ҡайтты ул. Өлгөрҙө Нурзида: тура больницаға барҙы. Бер аҙна буйы эргәһендә булып, рәхәтләнеп һөйләшеп ултырҙы. Бик йәшләй китте шул нәҫел ҡото булған ҡәҙерле ҡустыһы... -Фаил - иҫ киткес киң күңелле, ҙур йөрәкле, изге кеше ине. Беҙгә төрлө яҡлап үрнәк булды ул, тинеләр коллегалары. -Ҡайҙа ғына йөрөһәң, матур йөрө, һоҡланмаған кеше ҡалмаһын, тип гелән йырлай торғайның. Һин үҙең дә һоҡланғыс ғүмер кисерҙең, урының йәннәттә булһын, тип ҡайғы уртаҡлашты дуҫтары. Йәш имәндәр бөгөлһә лә, ғүмер уртаһына еткән ир, имән һымаҡ шартлап һынып, ауа ла ҡуя икән...