-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Август 2020, 13:40

“Изгелек эшләү – еңел!”

22 августа Красноусол ауылында “Изгелек эшләү – еңел!” тип аталған социаль-мәҙәни-тамаша-спорт сараһы була.

Район мәғариф бүлеге ҡаршыһындағы майҙанда һәм балалар майҙансығында райондың йәмәғәт ойошмалары үҙҙәренең эштәрен тәҡдим итә, төрлө хәйриә акциялары: “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит”, “Изгелек кәрзине” (янғындан ҡаза күргәндәргә ярҙам йыйыу), инвалидтар йәмғиәтенең “Мәрхәмәтлек” акцияһы, таратыу йәрминкәһе (һәйбәт хәлдәге кәрәкмәгән әйберҙәрҙе килтерергә, үҙеңә оҡшағанды алырға мөмкин), Ташлы ауылы китапханаһы өсөн (2020 йылдың апрелендә янғайны) китаптар йыйыу планлаштырыла.
Район тыуған яҡты өйрәнеү музейы Красноусолда һәм районда йәшәүселәргә музей фондын экспонаттар менән тулыландырыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Бәлки, кемдәрҙәлер музей экспозицияһын тулыландырырлыҡ боронғо әйберҙәр, фотолар, һауыт-һаба һ.б. барҙыр.
Әүҙем, сәләмәт тормош яратыусылар өсөн Скандинав йөрөшө фестивале, төрлө спорт уҙыштары була.
Сараның байрамса өлөшөндә балалар бәләкәй һабантуйы, В.Ф.Маргелов исемендәге десантсыларҙың патриотик клубы тәрбиәләнеүселәренең күрһәтмә сығыштары, картинг буйынса оҫталыҡ дәресе була; Балалар ижады үҙәге тәрбиәләнеүселәре флешмоб, оҫталыҡ дәрестәре ойоштора. Иң кескәйҙәрҙе карусель һәм аттракциондар, татлы мамыҡ көтә.
Ошо уҡ көндә Рәсәй флагы көнө айҡанлы автойөрөш була.
Район хакимиәте бинаһы алдындағы майҙанда “Баллы-алмалы спас” тигән байрам йәрминкәһе һәм Мәктәп йәрминкәһе уҙа. Шәхси ярҙамсы хужалыҡ тотоусылар, ауыл хужалығы предприятиелары, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары үҙҙәре етештергән продукцияны һатырға саҡырыла.
Барығыҙҙы ла байрам сараларында, хәйриә акцияларында әүҙем ҡатнашып, мохтаждарға ярҙам күрһәтергә һәм, әлбиттә, кәрәкле әйберҙәр һатып алырға саҡырабыҙ.
Һорауҙар булһа, ойоштороу комитеты телефондары: 2-24-49, 2-14-06 (хакимиәттең иҡтисади үҫеш бүлеге).
Йәрминкә һәм байрам саралары иртәнге сәғәт 10-да башлана.
Ойоштороу комитеты.
Читайте нас в